Ә бына республик халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән етешһеҙектәр байтаҡ. “Экология” милли проектына (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) ярашлы, 2024 йылға тиклем сифатлы һыу менән тәьмин итеү күрһәткесе 92,5 процентҡа етергә тейеш. Республиканың 29 ҡала һәм районында һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн 4 миллиард 254 миллион һум аҡса бүленәсәк. Аҡсаның күпселек өлөшө, дүрт миллиардтан ашыуы, федераль ҡаҙнанан киләсәк.
Милли проекттарҙы “Таҙа һыу” федераль программаһы нигеҙендә тормошҡа
ашырыу маҡсатҡа ярашлы тип табылды. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу кешеләрҙең
һаулығын һаҡлауға ла, йәшәү шарттарын күтәреүгә лә булышлыҡ итәсәк.