Бойондороҡһоҙ эксперттар фекеренсә, Хәйруллиндар республиканың халыҡ батырҙары исеменә дәғүә итә ала. Күпселек аҡса менән юғалған ғаиләгә, әгәр мохтажлыҡ булһа, хатта ярҙам ҡулы һуҙырға ла әҙер.
Ошо юҫыҡта Хәйруллиндарҙы ғәйепләүсе аңлатмалар бик һирәк ишетелә һәм, әлбиттә, аптыратмай ҡалмай.
Беҙҙе лә борсой был мәсьәлә. Кисә өлкән йәштәгеләр өсөн пансионаттар төҙөү хаҡында “Демография” милли проекты сиктәрендә мәҡәлә ҡуйғайныҡ. Ҡыҙыҡһыныусылар унға ла етмәне. Ә Хәйруллиндар хаҡындағы материалдарҙы тәүлек эсендә 150-ләп кеше уҡыған. Тимәк, ғүмер буйы эшләгән өлкәндәр яҙмышы түгел, аҡса менән юғалған ханым нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.