Полицейскиҙар ныҡлы эҙләү менән мәшғүл, ләкин өмөтләндерерлек хәбәрҙәр тойолмай. Дөрөҫ булһа, әлегә Башҡортостан – Ырымбур – Ҡаҙағстан йүнәлешенә өҫтөнлөк бирәләр.
Халыҡ был хаҡта нимә ти һуң? Интернеттағы комментарийҙар күпселек (быныһы һис тә сәйер түгел) Хәйруллиндарҙы яҡлай һәм теләктәшлек күрһәтә. Ғәжәпләнергә ярамай, киң йәмәғәтселектең мөнәсәбәте һис тә дәүләт файҙаһына түгел.
Шулай ҙа закон бар бит әле. Эске эштәр органдарының тырышлығы, хәҙерге техник саралар ғаиләнең эҙенә бик тиҙ төшөргә ярҙам итеүе ихтимал. Әйткәндәй, беҙ билдәләгән ике-өс көн үтеп тә бара инде. Кем белә, машиналары иҫке тиҙәр, бәлки ҡайҙалыр ватылып, йә батып яталарҙыр. Саҡ ҡына көтәйек.