Әлбиттә, аҡса барыһына ла кәрәк. Ошо айҡанлы, ун йылдар элек булған бер ваҡиға иҫкә төшә. Сыуаш республикаһында Шурман фамилиялы инкасатор 250 миллион һум аҡса менән ҡасҡайны. Мауыҡтырғыс, мажаралы кино ҡараған һымаҡ, бөтә ил Шурман өсөн янып-көйөп, күҙәтте. Ун көн дә үтмәне, тотолдо.
Әле лә шулай булыуы бик ихтимал, эҙләү һәм ҡулға алыу өсөн Эске эштәр органдары бар көсөн һаласаҡ. 23 миллион һум аҙ аҡса түгел, дәүләттекенә тейергә ярамай. Алыҫ ҡаса алмаҫ, тотолор. Үҙеңдән барыбер ҡасып булмай.