Өфөнөң чемпионат үтәсәк ҡалалар исемлегендә урын алыуы –ыңғай күренеш, тип баһалана. Рәсәйҙең Волейбол федерацияһы президенты Станислав Шевченко әйтеүенсә, Рәсәйҙең иң яҡшы чемпионат үткәрерлек мөмкинлектәре бар. Беҙ спортсылар һәм көйәрмәндәр өсөн иң яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ.
“Өфөгә килгәндә, чемпионатҡа тиклем бында өр-яңы заманса волейбол үҙәге
төҙөләсәк. Әлегә уның проекты, тикшереү өсөн халыҡҡа тәҡдим ителде”, – тип
белдерҙе Республика етәксеһе Радий Хәбиров.