Кеше күңеленең, халыҡ рухының иң мөҡәддәс тойғоларын йөрәгендә йөрөткән, бер кем дә баҙнат итмәгән кисереш сөңгөлдәренә төшөп фекерләй алған, ырыуына хас ғәййәрлек менән башҡаларға ҡалҡан була алған, оло фиҙаҡәрлек менән изге ғәмәлдәр ҡылған, өмөт өләшкән, күптән инде халыҡтыҡы булған ҡәләмдәшебеҙҙең, ниһайәт, республикабыҙ етәкселеге тарафынан рәсми рәүештә танылыуы беҙҙең өсөн дә ололарҙан-оло байрам. Илгә танылыуың менән, хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ!
Бәп-бәләкәй буйлы бер ҡатын мин,
Теләһәгеҙ - яугир ҡатын булам.
Теләһәгеҙ - мин йөк аты булам.
Теләһәгеҙ - тойғо-хискә тулам.
Башҡортомдоң йәне, усағы мин,
Тәсбих тартып илгә ғәм юраусы.
Доға ҡылып ергә ҡот һораусы,
Моңһоулыҡтан моңсол йыраусы.
Күк ҡөҙрәте миндә - бағымсылыҡ,
Халҡым ихтыяры - сәсәнлегем.
Тәбиғәттән - күндәм бисәлегем,
Ил алдынла бурыс - әсәлегем.
Һыҙланыуҙар ята иңдәремдә,
Сәләмәт сәм кәрәк көндәремә.
Текәлгәнмен ғаләм күҙҙәренә:
Ғәйрәт инһә башҡорт ирҙәренә -
Иман ҡайтыр торған ерҙәремә.
Был донъяны байтаҡ кистем инде.
Ярҙам кәрәк булһа - бына иңем.
Кәңәш кәрәк булһа - салт зиһенем.
Ил хәстәрләр ҡатын һүҙҙәренә
Ҡолаҡ һалығыҙ бер, тиеүем.