Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2019, 12:37

Депутат – бай булырға һәм матур кейенергә тейеш. Ә хәҙер үҙебеҙ һайлағандарҙың кеҫәләрен барлайыҡ.

Кеше кеҫәһендәге аҡсаны һанау бик үк әҙәпле эш түгел. Үҙҙәре былтыр эшләгән аҡсаларын иғлан иткәс, һеҙгә шул һандарҙы еткерәйек. БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың 110 депутаты һис тә насар йәшәмәй. Былтыр улар күмәгенә 1 миллиард һумға яҡын табыш алған.

Тик был миллиардтың яртыһы тип әйтерлек, өс депутат өлөшөнә тура килә. 398 миллион һум аҡсаны депутаттар Әхмәт Ишмөхәмәтов, Денис Назаров, Олег Филлипов бер йылда эшләп алған.
Ә ҡалған 107 депутат былтыр 550 миллион һум табыш һәм эш хаҡы менән ғаиләһен ҡыуандырған.
Бында, әлбиттә, асыҡлыҡ индереү фарыз. Депутаттарҙың күпселеге – уңышлы эшҡыуарҙар, бизнес менән етди шөғөлләнәләр. Дәүләт эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Тимәк, уларҙың алған табыштары һәм эш хаҡтары шикләндермәй. Өҫтәүенә, депутаттарҙың ҡайһы берәүҙәренең ҡатындары ла егәрле һәм уңған, ғаилә ҡаҙнаһына тос ҡына өлөш индерләр.
Сағыштырыу өсөн: әлеге Татарстан Республикаһы депутаттарын алайыҡ. Улар
эшләп алған эш хаҡы, йәки табыш йәмғеһенә, беҙҙекеләр менән сағыштырғанда,
байтаҡҡа күберәк. Беҙгә – һоҡланырға һәм уларға эйәрергә генә ҡала. Һығымтаны
үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: