Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Май 2019, 18:57

Башҡорт телен яратҡандар Ҡунаҡһарайға йыйылды. Тәүге тамашаны 7000-дән ашыу кеше ҡараны.

Йәкшәмбе Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда “Мин башҡортса һөйләшәм” милли музыка фестивале үтте. Биш сәғәттән ашыу барған концертты ете меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Сәхнәлә быға тиклем билдәле булмаған йәштәр, үҙен бойондороҡһоҙ тип иҫәпләгән музыкаль төркөмдәр үҙ оҫталығын күрһәтте.

Фестиваль башҡорт йәштәре ойошторған продюссерлыҡ берекмәләре тарафынан тормошҡа ашырылды. Йыр-моң, музыка, йәшлек, азатлыҡ, ихласлыҡ, юмор, туған тел һәм уға һөйөү өҫтөнлөк итте асыҡ һауалағы сәхнәлә. Ойоштороусыларҙың һүҙҙҙәренә ҡарағанда, бындай сара тәүге тапҡыр йәштәргә тәҡдим ителә, уның киләсәге ҙур.
Алып барыусылар – Фидан Ҡолмөхәмәтов, Алина Ғәлиева, Марсель Мөхәмәтйәнов үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Тамашасылар алдында егермеләп төркөм сығыш яһаны һәм халыҡты таң ҡалдырҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, концерт барышында эскән, тәмәке тартҡан, үҙен йәмһеҙ тотҡан кеше күренмәне, тип әйтерлек. Әйҙәгеҙ, ошондай тамашаларҙы йышыраҡ ойошторайыҡ.
Читайте нас: