Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Май 2019, 09:30

Төрки театрҙар Өфөгә йыйылды. Уларҙы сәмле ярыш һәм һабантуй көтә.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан. Өфөлә театрҙарҙың VII Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале асылды һәм ул 23 майҙан 30 тиклем барасаҡ.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының һәм Мостай Кәрим исемендәге Өфө дәүләт милли йәштәр театрының сәхнәләрендә Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркиә, Татарстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Алтай һәм Ғағауз театрҙары үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк.
Фестиваль сиктәрендә “Мәҙәниәттәр диалогы” һәм “Төрки телле театрҙар” фәнни-ғәмәли конференцияһы эшләйәсәк, артистар һәм режиссерҙар үҙ-ара аралашасаҡ һәм тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Ял һәм күңел асыу программаһы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. 28 майҙа барлыҡ артистар Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңгер ауылы эргәһендә һабантуйҙа ҡатнашасаҡ һәм төрлө ярыштарҙа көс һынап ҡараясаҡ.
Читайте нас: