Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Май 2019, 09:52

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Дәүләт үҙенең лайыҡлыларын хөрмәтләй белә.

Рәсәй Президенты Кремлдең Екатерина залындаайырыуса хеҙмәт күрһәткән шәхестәрҙе һәм ҡайһы бер сит ил граждандарын дәүләтнаградалары менән бүләкләне. Орден һәм миҙалдарға лайыҡ булыусылар араһындадәүләт эшмәкәрҙәре, уҡыу йорттары етәкселәре, артистар бар.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко иң юғары наградаларҙың береһе – Андрей Первозванный орденына, халыҡ-ара футбол федерацияһы президенты Джанни Инфантино, Рәсәйҙең халыҡ артистары Николай Цискаридзе, Лариса Долина Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде. Наградаға лайыҡ булыусылар араһында МДУ ректоры Виктор Садовничий, Ҡаҙан ҡалаһы мэры Илсур Метшин, сатирик Михаил Жванецкий, модельер Валентин Юдашкин һәм башҡалар бар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: