Мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырмаҫ ине, әгәр һорауҙар ҡыҙыҡ булмаһа. Кешеләрҙән, һеҙгә ҡайҙа тупаҫлыҡ күрһәткәндәре бар, тип һорағандар. Был йәһәттән Пермь, Силәбе, Һарытау ҡалалары алдынғы урындарҙы яулаған. Уларҙан ҡала Мәскәү менән Брянск килә.
27 ҡала араһында беҙҙең Өфө, ҡыуанырғамы, ҡайғырырғамы, 21-се урында. Тимәк, әҙәп тигәндәре беҙҙә бар икән әле. Иң күбе беҙҙә магазинда һәм баҙарҙарҙа (38 процент), ашханаларҙа (23 процент), урамда (16 процент), муниципаль учреждениеларҙа, йәғни дауахана, мәктәп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙа (4 процент) кешегә ҡарата тупаҫлыҡ ҡылалар икән.
Бер сатириктың тупаҫлыҡ – күңел торошо тигәне иҫтә ҡалған. Шулай ҙа 27 араһында 21-се урын һис тә насар түгел. Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, тағы ла түбәнерәк төшәйек, бер-беребеҙгә яғымлыраҡ булайыҡ!