Рәшит ағай Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курсында уҡыған сағында бер сыуаш яҙыусыһы әҙәбиәткә ҡағылышлы лаҡап һөйләгән. Конфликтһыҙлыҡ теорияһы (Теорияның иң теүәл өлгөһө – С. Бабаевскийҙың кирбес ҡалынлығы “Алтын йондоҙ кавалеры” романы. Үҫешкән совет ҡоролошонда үҙ-ара бәхәстәр булмаҫҡа, барыһы ла ыңғай хәл ителергә тейеш. Мәҫәлән, фәлән кешегә һинең туның оҡшай икән, тартып алһа ла, һин ҡыуанып ҡалырға һәм бүрегеңде лә тоттороп ебәрергә тейешһеңдер, тип аңларға мөмкин). өҫтөнлөк иткән дәүерҙә берәү урындағы гәзиткә хикәйә тотоп килгән. Әҫәрҙәге “Урмандарҙа ас бүреләр йүгерешеп йөрөй ине”, тигән һөйләмдәге “ас” һүҙен мөхәррир һыҙып ташлаған. Яҙыусы ғәжәпләнеп: “Ни өсөн һыҙҙығыҙ?” – тип һораған. Мөхәррир ҡәтғи генә итеп: “Совет урмандарында бүреләрҙең ас йөрөүе мөмкин түгел”, – тип яуап биргән.
Беҙҙән генә тормай шул, ас бүре мәсьәләһе беҙҙең заманда ла йыш ҡына
ҡалҡып сыға. Уҡыусылар үҙҙәре лә һиҙгәндер, ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙ ҙә үткәшеп
бөткән бүрене туҡ итеп күрһәтергә мәжбүрбеҙ. Тик сағыштырыу беҙҙең файҙаға
түгел. Бүреләр йөрөһә йөрөһөн инде, тик беҙгә генә зыян килтермәһен. Хәҙерге
демократия һәм билдәлелек шарттарында башҡаса мөмкин дә түгел.