Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Май 2019, 11:55

Бабичҡа төйәк эҙләгәндә Зәки Вәлиди иҫкә төштө. Вәлидигә тейеш ҡәҙер-хөрмәтте кемдәр күрә?

Башҡорт Автономияһының 100 йыллығы айҡанлы, байтаҡ ҡына иҫтәлекле саралар үтте, йыл аҙағына тиклем йыраҡ, тағы ла булыр әле. Ошо ыңғайҙан 1991 йылдың декабрен, Әхмәтзәки Вәлидиҙең 100 йыллығы айҡанлы үткәрелгән тантаналарҙы хәтерегеҙгә төшөрәм.

Өфөләге кисәнән һуң байрам саралары икенсе көнөнә Ишембай районынының Көҙән ауылында, Ишембай ҡалаһында дауам итте. Көтмәгәндә мине Ишембай ҡала советына саҡыртып алдылар һәм иртәгә таң менән ике “Икарус” автобусына ултыртып, яҙыусыларҙы, ғалимдарҙы һәм башҡа ҡунаҡтарҙы алып килеү бурысын йөкмәттеләр. Иртәнге етелә “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы алдынан автобустар шыпа тулып ҡуҙғалып киттек. Алда милиция машинаһы ялпылдап бара, урам саттарында сәләмләп ҡалалар. Иң алда ултырған мәрхүм Динис ағай Бүләков: “Зәки Вәлидигә тейеш ҡәҙер-хөрмәтте беҙ күреп йөрөйбөҙ”, – тип ҡуйҙы. Уфтанып, үҙенсә ҡайғырып, хатта бошоноп әйтте.
Әле лә шуны уйлап ултырам. Башҡорт Автономияһына ғына түгел, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы бөйөк ғалим һәм сәйәсмән иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эшләнде. Хәҙер Зәки Вәлиди урамынан ғорурланып үтәбеҙ, юл ыңғай Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге дәүләт китапханаһы бар. Китапхана скверындағы, бәлки, минең баш етмәҫлек скульптуралар теҙмәһе мине ғәжәпләндерә. Ошонда түгелме икән Әхмәтзәки Вәлиди менән Шәйехзада Бабичтың һәйкәлдәренең урындары? 1919 йылдың яҙында яҙмыш уларҙы айыра, йөҙ йылдан һуң улар яңынан осраша. Дөрөҫ аңлағыҙ, бәхәскә ҡушылғым килмәй, тәҡдим сифатында ғына ҡабул итегеҙ.
Бәлки ике бөйөк шәхескә лайыҡлы һәйкәлде бер урында ҡуйырға кәрәктер? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фотола: Һеҙҙең иғтибарығыҙға Истанбул университетында Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйылған һәйкәл тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас: