Бесәйҙәр тураһында һүҙ сыҡҡас, үҙебеҙҙең бесәйҙе иҫкә төшөрҙөм. 60-сы йылдар, иҫке өйҙә йәшәйбеҙ, ап-аҡ ҡына бесәйебеҙ бар. Шул януар сысҡан тотһа, беҙгә күрһәтеп, мыяулап йөрөй торғайны. Нимә әйтергә теләйҙер, аңламайбыҙ. “Ана, сысҡан тотҡан булған да, маҡтанып йөрөй”, – тип һөйләнәбеҙ. Иртән торһаҡ, иҙән уртаһына теҙеп 4-5 сысҡан һалып ҡуйған. Үҙе улар эргәһендә мыяулап ултыра, хатта беҙгә асыуланғандай итә.
Бәлки, мин әйтәм, бесәй сысҡандарҙы тотҡан да, рәхмәт йөҙөнән беҙгә ашарға тәҡдим итеп йөрөгәндер, тип уйлайым хәҙерге аҡыл менән. Улайға китһә, ниндәй йомарт, кеше йәнле булған бесәйебеҙ! Ә беҙ шуны ла аңламағанбыҙ.
Олигархтар тураһында һөйләһәләр, иң беренсе ошо бесәйебеҙҙе иҫкә
төшөрәм. Рәсәй байҙары барлыҡ донъяны баҫып килә. Лондондағы 11 иң бай кешенең
бишәүһе Рәсәйҙән сыҡҡан икән. Тик ул олигархтарҙың байлыҡтары менән аҙ ғына
булһа ла бүлешерлек бесәйҙеке саҡлы ла йомартлыҡтары юҡ. Уларҙың бесәйҙәре
булһа, хужаларының ҡомһоҙлоғо хаҡында беләләрме икән?