Захарченко ҡуйған 8,5 миллиард һумлыҡ рекорд оҙаҡ йәшәй алманы. Федераль именлек хеҙмәтенең әлеге лә баяғы коррупцияға ҡаршы көрәш өсөн яуап биреүсе хеҙмәткәрҙәре 40 кубометр, йәғни, 12 миллиард (12 000 000 000) һум менән фаш ителгән. Хеҙмәткәрҙәр был аҡсаны, ауылса әйтһәк, банктарҙан көсөкләткән. Исемлектә ҙур ғына банктар күренә, зыянды, әлбиттә, Хөкүмәт түләйәсәк, әйтәйек, беҙҙең кеҫәләрҙән һурып. Ришүәтселәр аҡсаны фатирҙарында һаҡлаған һәм ни өсөн шул тиклем йыйыуҙарын аңлата алмаған.