Ғибрәтһеҙ генә бер миҫал, быйыл дүрт айҙа “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” 293 миллиард һум саф табыш алған. Әллә беҙҙең кеҫәләрҙән һурғанмы? Греф киләһе йылдарға ипотеканы 8 процентҡа төшөрөргә вәғәҙә итә. Рәхмәт яуғыры, ә ни өсөн ошо ипотека “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” ныҡлы тамыр йәйгән Чехияла 2-3 процент, ҡулланыу кредиттары 8-9 проценттан артмай? Ҡалған сығымдар дәүләт ярҙамында дотациялана. Рәсәй халҡы бындай ярҙамға әллә лайыҡ түгелме? Әлбиттә, ике тапҡыр тыңлап, Греф ауыҙынан был хаҡта ишетмәнем. Сөнки юғарыла иҫкә алған табыш 293 миллиард һум бөтәһенә лә яуап бирә. Байҙар байыясаҡ, ә фәҡирҙәр бөләсәк.