Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Май 2019, 10:10

“Ағиҙел”де уҡығандарға һәм яҙылғандарға рәхмәт. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк дауам итә.

Ун көнлөктәр үтә лә китә, хәҙер матбуғатҡа яҙылыу яҙмышы бары тик һеҙҙең ҡулда, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Ә журнал һеҙҙең ҡарамаҡҡа әҙәбиәтебеҙҙең иң уҡымлы әҫәрҙәрен тәҡдим итмәксе. Ошо арала иң уҡымлы китап тип ҡайһыһын иҫәпләйһегеҙ, тигән һорау ишетелеп ҡалды.

Һәр яҙыусы үҙ әҫәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыуҙарын теләй. Ундай әҫәр бар әҙәбиәтебеҙҙә һәм ул журналда былтыр донъя күрҙе. Әҫәр “Кисенбикә юлы” тип атала һәм ифрат талантлы ҡәләмдәшебеҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Салауат Әбүзәров тарафынан ижад ителгән. Былтыр октябрҙә донъя күргән повесть ике меңдән ашыу тираж менән таралған, agidel.rbsmi.ru сайтына ҡуйылғандан һуң өс меңдән ашыу кеше уҡыған. Йәмғеһе – биш мең уҡыусы. Беҙҙең заман өсөн һис тә насар түгел. Беҙ быға, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең ярҙам менән өлгәштек.
Салауат Әбүзәров уҡыусыларыбыҙҙы икенсе ярты йыллыҡта ла өр-яңы әҫәр менән ҡыуандырмаҡсы. 7, 8, 9 һандарҙа уның (“Күктән төшкән кеше”) повесы донъя күрәсәк.
Башҡорт әҙәбиәтенең яңы әҫәрҙәре менән танышырға теләһәгеҙ, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына яҙылығыҙ.
#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан.


Читайте нас: