Тантаналы ҡатнашыусыларға Мәскәү филателистары заманса бәйләнеш сараһы – “Скайп” аша мөрәжәғәт итте. Мәскәү яғынан тантанала БР вәкиллеге етәксеһе, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Роман Симандуев, шағирҙың ейәне Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, “Рәсәй почтаһы” генераль директоры Николай Подгузов ҡатнашты.
Әлфиә Мостафа ҡыҙы билдәләүенсә сара осраҡлы түгел, сөнки шағир Бөйөк Ватан һуғышында элемтәсе булараҡ хеҙмәтен башлаған, артиллерия дивизияһының элемтә начальнигы булған. Өҫтәүенә, 20 октябрҙә элемтәселәр көнөндә тыуған. Уның бөтә ижады төрлө кешеләр араһында изге һәм яҡты бәйләнештәр урынлаштырыуға арналған.