– Бала менән өйҙә ултырған саҡта әсә кешелә үҙен раҫлау тойғоһо барлыҡҡа килә. Мин үҙемде сәнғәттә таптым, – ти Каринэ Хәбирова. – Ошо йүнәлештә мин әсәйҙәрҙе берләштерергә ҡарар иттем. Әгәр һүрәттәрҙе ҡараһаң, ыңғай хис-тойғолар барлыҡҡа килә һәм йәшәргә ярҙам итә.
Барыбыҙға ла мәғлүм, Рәсәйҙә демография проблемалары киҫкен тора. Башҡортостанда ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Тыуымдың кәмеүен иҡтисади проблемаларға ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ, сөнки йәшәү кимәле түбән булған ауыл ерендә, айырым райондарҙа, киреһенсә, балалар күберәк тыуа. Шуға күрә Хөкүмәт тыуымды арттырыу өсөн төрлө дәртләндереү саралары күрә. Ошо йәһәттән, бәлки, мәҙәни саралар үткәреү, әсәйҙәрҙе ҡыҙыҡһыныу йүнәлеше буйынса төрлө ҡорға туплау үҙ һөҙөмтәһен бирер.