Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2019, 11:07

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Вектор детство – 2019” конгресы асылды.

Сара башланыр алдынан Башҡортостан етәксеһе РадийХәбиров, РФ Президентының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Анна Кузнецова һәмбашҡалар төрлө күргәҙмәләрҙең эше менән танышты.

Үҫеп килеүсе быуынға арналған конгрестың Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел, сөнки балаларға социаль ҡурсалау тәьмин итеү йәһәтенән беҙҙең төбәк ыңғай эш тәжрибәһенә эйә булды. Мәҫәлән, иң яҡшылар иҫәбендә “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһы, уның эргәһендәге “Ғаилә усағы” балалар һәм ата-әсәләр клубының эшен Рәсәй кимәлендә таратырға тәҡдим булды. Ауыр хәлдә ҡалған балалар, уларҙың ата-әсәләре юғарыла әйтелгән пункттарҙа ярҙам һәм кәңәшкә иҫәп тота ала.
Анна Кузнецова Башҡортостан тәжрибәһен хупланы һәм Рәсәй кимәлендә таратыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Илебеҙҙә демографик (#нацпроекты;) проблемалар киҫкен торған саҡта һәр ыңғай тәжрибәгә ихтыяж ҙур. Шул уҡ ваҡытта балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла бар, ярҙамға мохтаждар хаҡында ла оноторға ярамай.
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: