Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2019, 11:22

Бөгөн Артур Әхмәтхановты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мәрхүм үҙе хаҡында тик йылы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.

Салауат районының Торналы ауылында тыуған ябай башҡорт егете Өфө ҡалаһына килеп милиционерҙан Эске эштәр министры, Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһына тиклем оҙон юл үткән. Уның тормошонда киҫкен боролоштар йыш була. Шуларҙың иң ҡатмарлыһы – Төньяҡ Осетия-Алания республикаһына Эске эштәр министры итеп тәғәйенләнеүе. Кавказдағы иң ҡатмарлы төбәктәрҙең береһенә урындағы кландарҙан ситтә торған, ошо яҡҡа мөнәсәбәте булмаған ғәҙел һәм намыҫлы министр кәрәк булғас, Мәскәү Кремле Артур Фәрүәз улының кандидатураһында туҡтала.

Артур Әхмәтханов Аланияла эшләгән йылдарында республиканы банд-формированияларҙан таҙартыу, тәртип урынлаштырыу, ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырыу йәһәтенән ҙур һәм көс еткеһеҙ эш башҡара. Рәнйетелгән кешеләр уға ғәҙеллек эҙләп килә һәм ярҙам ала. Урындағы иждсылар уның батырлығы һәм намыҫлы булыуы хаҡында йырҙар сығара. 2013 йылда рәхмәтле Алания халҡы министрҙы “Йыл кешеһе” итеп иғлан итә.
Бөгөн мәрхүмде Өфө ҡалаһының мосолмандар зыяратына ерләйәсәктәр.
Читайте нас: