Президент менән Дәүләт секретарының һөйләшеүҙәре сәғәт ярымдан ашыу дауам иткән, аралашыу бик аныҡ булған һәм ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалған. Һөйләшеүҙәрҙә АҠШ-тың Рәсәйгә санкциялары, КХДР, Иран, Венесуэла, Украина проблемалары ҡаралған. Әлегә фекер айырымлыҡтары күберәк, ләкин улар хәл ителерлек.
Владимин Путин менән Дональд Трамптың осрашыуы әлегә ниәттәр кимәлендә генә йөрөй, тимәк, яҡын арала ыңғай хәл ителәсәк.