Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2019, 12:56

Мелодрама өсөн сюжет сыҡмағайы. Өфө ҡалаһында фатир өсөн мутлыҡ енәйәт эше менән тамамлана.

51 йәшлек ханым судҡа, иренең фатирын юллап, гражданлыҡ эше менән мөрәжәғәт итә. Уяу судья был осраҡта мутлашыу шауҡымын һиҙеп ҡала һәм эште тикшереү өсөн кире ебәрә.

Барыһы ла ханым өсөн яҡшы тамамланыр ине, әгәр ул хәл иткес мутлашыуға юл ҡуймаһа. Сөнки фатир хужаһы күптән вафат булған, мәрхүмдең вариҫтары юҡ, мөлкәт дәүләт ҡарамағына ҡала.
Был хаҡта белеп ҡалған йылғыр ханым мәрхүмгә кейәүгә сығыуы хаҡында никах таныҡлығы һатып ала һәм фатирға дәғүә итә башлай. 2 миллион һумлыҡ фатир өсөн көрәш судтың мут ханымды дүрт йыл да ике айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү менән тамамлана.

Фото: r0q.ru
Читайте нас: