Ҡыҫҡаһы, күпселектең хыялы тормошҡа ашты. Бөгөндән башлап һауа температураһы буйтым төшәсәк, күк күкрәйәсәк, ямғыр һәм боҙ яуасаҡ. 18 һәм 19 майҙа көндәр оторо һыуынасаҡ һәм 10-12 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.
Һалҡын һауа менән йылы һауа ҡушылғас, нимә була инде? Көслө ел һәм дауыл ҡотороуы ихтимал. Тимәк, ҡайҙалыр ағастарҙың йығылыуы, ҡыйыҡтарҙың осоуы бик мөмкин.
Уның ҡарауы, һыуға батыусылар булмаясаҡ. Юғиһә, ике-өс көн эҫе булды, ә Өфө эргәһендә ике кеше һыуға батып өлгөрҙө.
Иҫән-һау булығыҙ, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Эҫеһе лә, һыуығы ла үтә лә китә, артабан йәшәргә кәрәк.