Яһалма кәртәләр милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы оҙаҡҡа һуҙыуға килтерә. Төбәк башлыҡтары һәм губернаторҙар үҙе етәкселек иткән территорияла милли проекттарҙы (#региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу менән көн һайын шөғөлләнергә тейеш. Был мәсьәлә иң тәүҙә халыҡ мохтажлыҡ кисергән социаль өлкәгә ҡағыла. Башҡарма властың теүәл һәм системалы эше барлыҡ милли проекттар өсөн дә мөһим.