Белгестәр тинлектәрҙән баш тартырға иртәрәк, тип иҫәпләй. Сөнки хаҡтар, айырыуса, социаль йүнәлештәгеләре – дарыуҙар, тарифтар һ.б. әле булһа тиндәр ярҙамында көйләнә.
Халыҡтың күпселеге тиндәрҙе кеҫәһендә йөрөтөп мәшәҡәтләнмәй икән.
Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ, кем ота, кем зыян күрә? Зыяндың халыҡ кеҫәһенә һуғыуын берәү ҙә инҡар итмәй. Сөнки нәфселе алыпһатарҙар тауарға хаҡтарҙы эреләтеү яғына түңәрәкләйәсәк һәм табышын ишәйтәсәк.