“Порошенко үҙен Мысыр ҡунаҡханаһында һуңғы көн ял иткән турист һымаҡ тота, – тип зарлана шоумен, – таҫтамалдарҙы, тапочкаларҙы урлай, швед өҫтәленән аҙыҡ-түлек тултыра”.
Еңелгән хужа ла президент суҡмарын һуңғы тапҡыр булһа ла нығыраҡ һелтәргә тырыша. “Президент вазифаһы – турист, эш урыны – ҡунаҡхана түгел, – ти Порошенко исеменән кемдер. – Үҙеңде яуаплы вазифаға әҙерләргә кәрәк”. Ни өсөн кемдер? Сөнки һуңғы осор үҙен берәү ҙә күргәне юҡ. Дөрөҫ булһа, әле һаман үҙенең мәсхәрәле еңелеүен йыуыу менән мәшғүл. Ғәжәпләнмәгеҙ, ул да кеше бит, йыуһа, ауыҙы үҙе менән.
Зеленский вазифаһын 19 майҙа тантаналы башларға теләй, ә Рада инагурацияны май аҙағына ҡалдырмаҡсы. Был осраҡта Зеленский Раданы (урындағы парламент) отставкаға ебәреүҙән мәхрүм ителә.
Рәсәй властары Украиналағы үҙ-ара низағҡа битараф тип әйтерлек. Йәнәһе, үҙебеҙҙең мәшәҡәттәр баштан ашҡан. Сөнки, РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) әлегә Владимир Зеленскийҙы ҡотлау менән ашыҡмаҫҡа булды. Президент кеше үҙе беләлер әле. Артабан нимә булыр, күрербеҙ.
фото Википедиянан алынды.