Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2019, 10:45

Майкл Помпео Мәскәүгә сәфәренән баш тартты. Уның ҡарауы Сочиға килеп төштө.

АҠШ Дәүләт секретарының Рәсәйгә ике көнлөк эш сәфәре Мәскәүҙә башланырға тейеш ине. Помпео Мәскәүгә сәфәрен икенсе ваҡытҡа күсерҙе һәм Сочиға Рәсәй Тышҡы эштәр министры Лавров менән осрашыуға килде. Помпео менән Лавровтың бер-береһен ҡосаҡлап алыуы, ихлас йылмайыуы киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Ике ил араһында фекер айырымлыҡтары ҙурайғандан-ҙурая һәм дөйөм именлек яҙмышына ҡурҡыныс янай.

Дәүләт секретары менән Рәсәй министры һөйләшеүҙәренән һуң уларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) көтә. Бөгөн Владимир Путиндың АҠШ президенты Дональд Трамп менән ҡасан һәм ҡайҙа осрашыуы билдәле буласаҡ. Яҡынса фараз ителеүенсә, ике ил етәксеһенең осрашыуы быйыл Японияла июндең икенсе яртыһында булыуы ихтимал.
фото: интернет.
Читайте нас: