Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2019, 10:20

Әгәр Торатау Путинға бармаһа, Путин Торатауға киләсәк. Йәй урталарында РФ Президентын Башҡортостанда көтәләр.

Эш сәфәре сиктәрендә Владимир Путин (#ВладимирПутин) “Торатау” геопаркы проекты менән урында танышасаҡ. Әлеге ваҡытта проектты төҙөү буйынса Мәскәү белгестәре эшләй. Бындай проект әлегә Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыла һәм ул аҙаҡ ЮНЕСКО исемлегенә инеүгә дәғүә итәсәк. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары биләмәһендә урын аласаҡ геопарк 2020 йылда әҙер буласаҡ.

Фараз ителеүенсә, РФ Президенты В. Путин Торатауҙы ҡарау менән генә сикләнмәҫ, урындағы предприятиеларҙың эше менән танышыр, халыҡ менән аралашыр, тип көтөлә.
Читайте нас: