Артур Әхмәтханов Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы булып 2018 йылдың октябренән бирле биләне һәм көс структураларының эше өсөн яуап бирҙе. Хеҙмәт биографияһын Өфө ҡалаһында ябай участка милиционеры булып башлай, БДУ-ның Юридик факультетын тамамлай, республиканың ЮХХДИ начальнигы булып эшләй, Рәсәй Эске эштәр министрлығының академияһында белем ала, БР Эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһын биләй. 2008 йылда Рәсәй Президенты указы менән Төньяҡ Осетия-Алания Эске эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнә һәм 2016 йылға тиклем уңышлы эшләй. Министр вазифаһында Артур Фәрүәз улы үҙен ғәҙел, талапсан, тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтә һәм осетин халҡы араһында лайыҡлы хөрмәт яулай. Халыҡ рәхмәт йөҙөнән уға арнап йырҙар сығара.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙайлы командировкаға килгән саҡта Төньяҡ Осетия Эске эштәр министры яҡташтары эргәһенә һәр ваҡыт килә, тыуған яғын һағыныуын йәшермәй һәм ҡайтып хеҙмәт итеү хаҡында хыяллана.
Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары билдәләүенсә Артур Әхмәтханов башҡорттар араһынан сыҡҡан һуңғы генерал булған.
Тыныс йоҡо һеҙгә, хөрмәтле генерал-лейтенант. Ауыр тупрағың еңел булһын.