Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Май 2019, 11:33

Ә Владимир Путинды Ҡаҙанда көтәләр. Рәсәй Президенты быйыл икенсе тапҡыр Татарстанға киләсәк.

Рәсәй Президентының Татарстанға йыш килеүенә ғәжәпләнергә ярамай. Күршеләребеҙ сәнәғәт һәм иҡтисад өлкәһендә бығаса күрелмәгән үҫеш кисерә. Был юлы Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) оборона сәнәғәте заказдарын үтәү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ. Билдәле булыуынса, Рәсәй дәүләте оборона ҡеүәтен нығытыуға байтаҡ ҡына аҡса бүлә. Заказдарҙың үтәлешендә лә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Мәҫәлән, үҙәккә үткән коррупция миҫалдары ла оборона сәнәғәтендә етерлек.

Һәр дәүләт үҙенең оборона сәнәғәтен үҫтерергә бурыслы. Һуңғы осорҙа ошо йәһәттән байтаҡ проекттар тормошҡа уңышлы ашырылды. Һәр хәлдә, ыңғай миҫалдар байтаҡ.
Әйткәндәй, үткән аҙнала кәңәшмәләрҙең береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙың (#нацпроекты) үтәлеше мәсьәләһен тикшерҙе һәм уларҙың үтәлеше буйынса Хөкүмәткә етди дәғүәләр белдерҙе.
Читайте нас: