Башҡортостан делегацияһы 22-се мәктәптә генерал Шайморатовҡа арналған музей экспонаттары менән танышты, туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Радий Хәбиров башҡорт кавалеристарының ҡаны тамған тупраҡты иҫтәлеккә алды, мулла менән бергә доға ҡылды.
– Донбасс менән Башҡортостан араһы 1500 километр. Бер яҡтан күп, икенсенән аҙ, сөнки, беҙҙе уртаҡ яҙмыш бәйләй. Иң мөһиме, беҙҙе уртаҡ тарих, бөйөк еңеү берләштерә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең өсөн шуныһы мөһим, ошо ерҙә Башҡорт кавалерия дивизияһы дошмандарҙы ҡыйратҡан. Ошонда легендар батырыбыҙ генерал Шайморатов һәләк булған. Урындағы халыҡтың генерал Шайморатовҡа һәм уның яуҙаштарына тәрән ихтирамы мине тетрәндерҙе. Мин бында тарихҡа ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә килдем. Ҙур рәхмәт! Мин һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм.
Әлеге сәфәр ҙур эштең башы ғына. Башҡортостан үҙенең яугир яҡташтарын онотмай. Киләсәктә Башҡорт кавалерия дивизияһының һуғыш юлын өйрәнеү, иҫтәлекле һәйкәлдәрҙе тәртиптә тотоу буйынса эштәр дауам итәсәк.