Элемтә хеҙмәткәрҙәре шуны билдәләй: хәҙер почта аша ҡотлауҙар юҡ кимәлендә, өйҙәрендә стационар телефон тотоусылар йыл һайын 15-20 процентҡа кәмей һәм хәҙер бик аҙ тәшкил итә. Мәҫәлән, күптәр баҡсаға киткәндә телефонын һүндерә, ә көҙөн яңынан тоташтырып мәшәҡәтләнмәй. Өҫтәүенә, аҡса ла янға ҡала.
Бындай шарттарҙа нисек йәшәргә? Тыуған яҡ, туған-тыумасалар, ағай-эне,
беҙҙекеләр шылтыратҡаны ла юҡ, тип үпкәләп тормаймы икән? Шул хаҡта уйлағанығыҙ
бармы? Әйҙәгеҙ, киң күңелле булайыҡ, һеҙҙе көткән яҡындарығыҙ бар, уларҙы
онотмайыҡ. Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер. Шылтартып булһа ла, хәлдәрен белегеҙ.