Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Май 2019, 17:39

Беҙ күберәккә өмөт иткәйнек. Һүлпәнлеккә түгел, көндөң эҫелегенә һылтанабыҙ.

Хөрмәтле йәмәғәт, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, отош тураһында түгел, йәшәү хаҡында баш ватыр ваҡыт. Уҡыусыларыбыҙ ҙа шундай уҡ фекерҙәлер, тип уйлайбыҙ. Иҫәпләп, һанап, кәңәшләшеп, бер-беребеҙҙе тыңлағандан һуң сифатлы отош уйыны өсөн кворум юҡ, тигән фекергә килдек. Йәғни, мәҫәлән, отошта ҡатнашырға теләүселәр һаны өсәүҙән артмай, йәки бүләктәр һанынан да аҙыраҡ.

Шуға күрә отошто июль баштарында үткәреүҙе ғәмәлгә яраҡлы тип таптыҡ. Әле ваҡыт бар, һабантуйҙар үтһен, отпускылар етһен, балалар каникулға сыҡһын, Ҡоролтай үтеп китһен, уйыныбыҙҙы иркенләп үткәрербеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетлеләрҙе телевизор, 4 планшет, китаптар, балалар уйынсыҡтары (ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә онотмайыҡ), тамашаларға билеттар һәм башҡа бүләктәр көтә.

Шарттар былайыраҡ:

1-се аҙым: ошо яҙманы үҙеңдең сәхифәңә күсереү;

2-се аҙым: “Ағиҙел” журналы төркөмөнә яҙылыу;

3-сө аҙым: “Ағиҙел” йә “Һәнәк” журналдарына яҙылыуығыҙ тураһында абонементты фотоға төшөрөп, ошо һылтанмаға

(https://vk.com/topic-160399505_39951297) күсеп, беркетегеҙ.

Бүләк алырға килгәндә паспорт менән абонементты күрһәтеү мотлаҡ.

Хәҙер яҙылыу рәүеше һәм хаҡтар хаҡында. Юғарыла әйтеүебеҙсә, почта аша икенсе ярты йыллыҡҡа (“Ағиҙел”гә – 726 һум 12 тин, “Һәнәк”кә – 486 һум 84 тин), электрон форматта (“Ағиҙел”гә – 534 һум, электрон яҙылыу һылтанмаһы:

“Һәнәк”кә – 462 һум, электрон яҙылыу һылтанмаһы:

Бынан тыш, редакцияның үҙендә, беҙҙең таратыусыларыбыҙ аша Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән район-ҡалаларында (“Ағиҙел”гә 510 һумға, “Һәнәк”кә 430 һумға) альтернатив ысул менән яҙылырға мөмкин.

Уф, төшөндөрә белдекме? Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә интернет аша туранан-тура мөрәжәғәт итегеҙ. Әйткәндәй, журналдарыбыҙға альтернатив юл менән яҙылыусылар уйында автоматик һәм мотлаҡ рәүештә ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеүсе “Шәжәрә” үҙәге (яуаплы мөхәррире Салауат Хәмиҙуллин) “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына яҙылыусыларға һәм тағы бер кешене яҙылырға ярҙам итеүсегә һеҙ ҡараған ырыу хаҡында китап бүләк итә.

Хаталар һәм һорауҙар булмаһын өсөн исемлекте видеоға төшөрөп, уйынды рандом ярҙамында асыҡтан-асыҡ, үтә күренмәле шарттарҙа ойошторасаҡбыҙ.
Читайте нас: