– Рәсүл, “Ағиҙел” журналына тәҡдим иткән “Миҙалһыҙ һалдат” тигән повесыңды тетрәнеп уҡыным. Шәхсән үҙемдең баһамды ишеткең килһә, бер һүҙ менән генә әйтәм – шәп! Был әҫәрҙе яҙыуға нимә этәрҙе?
– Юғары баһаң өсөн рәхмәт, Салауат. “Миҙалһыҙ һалдат” ҙур романдың баш бүлеге булараҡ тыуҙы. Әле әҫәрҙең өсөнсө өлөшө, йәғни өсөнсө повесть өҫтөндә эшләйем.
Яҙышыу хыялы мәктәп йәшенән килә, тик йәш саҡтағы тәүге тәжрибәм уңышһыҙ булып сыҡты. Республика баҫмаларында беренсе әйберем 2005 йылда “Шоңҡар” журналында баҫылды, йыл йомғаҡтары буйынса лауреат исеме бирҙеләр. Шунан, төрлө сәбәптәр арҡаһында, яҙышыуҙы 2012 йылға тиклем ҡуйып торорға тура килде.
Ҡулына ҡәләм алырға, ниҙер яҙырға йөрьәт иткән кеше тәүҙә хикәйәнән башлайҙыр. Минең дә тәүге яҙмаларым кес кенә – бер ярым, ике битлек. Яйлап улар күләмләнә барҙы. Тос ҡына күренгән бер-икәүһен төрлө баҫмаларға ебәрҙем. Күп тә үтмәй “Киске Өфө” гәзитенән шылтыраттылар. “Ҡыҙыҡ теманы тотоп алғанһың, баҫырға әҙерләйбеҙ”, – тине шылтыратыусы гәзит хеҙмәткәре. Ул – Әхмәр Үтәбай ине. Бындай уңыштан дәртләнеп, тағы бер хикәйәмде ебәрҙем гәзиткә. “Тулҡынланып уҡып сыҡтым хикәйәңде. Шәп!.. Көнүҙәк темаға һуҡтырғанһың. Шул-шул урындарын ошолайтыңҡырап үҙгәртергә ине”, – тағы ла Әхмәр Үтәбай ине телефонда. Гөлфиә апай Янбаеваға рәхмәтлемен. “Рәсүл ҡустым, берәй әйберең ятмаймы? Ебәрһәңсе”, – тип йыш ҡына шылтыратты. Шулай итеп мин “Киске Өфө” гәзитенең даими авторына әүерелдем. Хикәйәләремдән тыш, бер нисә публицистик мәҡәләм дә баҫылды гәзиттә.
Күләмле әҫәрҙәргә тотоноуымда ла Әхмәр Үтәбайҙың ҡыҫылышы бар. Ижад тураһында фекер алышҡан бер мәлдә ул: “Ҙурыраҡ әйберҙәргә ынтылып ҡара. Киңерәк, тәрәнерәк темаларға юл аса ул. Күләмле әҫәрҙе уҡыуы ла ҡыҙығыраҡ” – тигәйне. Ҡайһы ваҡыт бит шулай бер генә һүҙ ҙә етә ниндәйҙер мөһим ҡарарға килергә. 2014 йылда “Ағиҙел”дә тәүге повесым донъя күрҙе.
“Миҙалһыҙ һалдат” ҙур әҫәрҙең башы, тигәйнем. Дөйөм исемен “Ғаилә” тип алдым. Ул бер ғаиләнең – бер нисә быуындың – тормошон, беҙ йәшәгән дәүерҙе үҙ эсенә аласаҡ.
Эйе, һәр ғәмәлдең башында ниндәйҙер этәргес була. Роман һынлы романға тотоноуҙан алда уны тәүҙә тотошлайы менән күҙалларға, башлап ебәрер өсөн еп осон тотоп алырға кәрәк. Оло быуын туғандарымдың яҙмышын әсәйемдән, атайым мәрхүмдең ҡустыһы Мәүлетдин ағайымдан һорашып алдым.
Билдәле булыуынса, “Мемориал”, “Память народа” тигән сайттар бар Интернетта. Уларға Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы архив документтар ҡуйылған. Һуғышта ҡатнашҡан туғандарымды таба була шул сайттарҙа эҙләнә башланым. Имаметдин олатайымдың 1941 йылдың июлендә яралыныуын, Нуриәхмәт олотайымдың 1943 йылдың сентябрендә һәләк булыуын һәм Украинаның Шевченко хуторы тирәһендә ерләнгәнен белдем. Имаметдин олатайымдың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Иң тетрәндергәне Зыяетдин олатайыма ҡағылышлы документтың табылыуы булды.
Байгилдин фамилияһы бик үк таралған булмаһа ла, һылтанма буйынса атап үтелгән сайттарҙа ғәйәт ҙур исемлек асыла. Һәр береһен ҡарап ултырыр өсөн ваҡыт күп кәрәк. Таныш исемлеләр буйлап киттем тәүҙә. Шунда уҡ туғандарыма ҡағылышлы документтарға юлыҡтым. Улар йә дөйөм исемлек кенә, йә военкомат карточкаһы ине. “Байгильдин Ахметзия, Уфа” тип исемләнгән һылтанманы иң аҙаҡтан, йә шуныһына ла баҫманым, тип үкенестә ҡалмаһын өсөн генә астым, сөнки исеме Әхмәтзыя, тыуған урыны – Өфө ҡалаһы. Компьютер экранында килеп сыҡҡан документ немецтар концлагеренда Зыяетдин олатайым тураһында мәғлүмәтте үҙ эсенә алған немец һәм рус телдәрендә яҙылған формуляр ине. Кем һәм ҡайҙан булыуы, ғаилә хәле, ҡайҙа һәм ҡасан әсир төшөүе, ҡасан мәрхүм булыуы – барыһы ла бар. Хатта ерләнгән урыны, ҡәберенең һаны күрһәтелгән. Тимәк, герман ерендә олатайымдың ҡәбере бар. Был асыш ныҡ тәҫьир итте миңә. Зыяетдин олатайым хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ине. Хәҙер уның аяныслы яҙмышын беләбеҙ. Онтаҡ саңы кеүек, ул онотолорға, юҡ булырға, хәтерҙән юйылырға тейеш түгел! Буласаҡ романымдың һуғыш осоронан башланасағын аңланым.
Ҡартатайым Хисмәт Моталлапов башынан алып аҙағынаса фронтта була. Табылған документтарҙа уның хаҡында мәғлүмәт бик наҡыҫ. Үҙе лә һуғыш тураһында һөйләмәй торғайны. Бер нисә тапҡыр яраланғаны билдәле. Тимәк, ут эсендә йөрөгән. Нишләп наградалары булмауы, хәтирәләргә һаран булыуы тураһында фаразларға ғына ҡала.
Повеста бәйән ителгән ваҡиғалар табылған дөйөм характерҙағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнә, ысынбарлыҡты сағылдыра. Геройҙарымды иһә уларҙың эсенә индереп ебәргәнмен, сөнки улар миллионлаған совет һалдаттары сафында булып, бөтәһе менән бергә һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән, үлгән һәм яңынан терелгән яугирҙар.
– Әҫәреңдә һуғыш темаһы күтәрелә. Үҙең күрмәгән, кисермәгән тормош тураһында ышандырғыс итеп һүрәтләүгә нисек ирештең?
– Атап үтелгән “Мемориал”, “Память народа” Интернет сайттарында иҫ киткес күп архив материалдар тупланған. Хисмәт Моталлапов туғыҙынсы армия составындағы илле өсөнсө уҡсылар полкында хеҙмәт үтә, тип бәйән итә башлағанмын геройым тураһында. Полктың һуғыш юлы сайттарҙағы документтарҙа тулы уҡ булмаһа ла, киң сағыла. Ниндәй ауыр шарттарҙа ла үткән һәр көн тураһында донесениелар тәфсирләп яҙылған, фронт участкаһындағы ғәскәрҙәр дислокацияһы схема рәүешендә ҡағыҙға төшөрөлгән. Һалдаттарға һәм командирҙарға тултырылған наградной листарҙа орден йә миҙалға яугир ни өсөн лайыҡлы булыуы, ҡаһарманлығының асылы, күһәткән батырлығы тураһында ентекле яҙылған. Дәһшәтле һуғыш хәлдәрен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә улар.
Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы хроника фильмдары бик күп Интернетта. Шул иҫәптән немец фашистары төшөргәндәре лә. Ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡарау мөмкинлеге бар, тип әйтмәксемен.
Бала саҡтан һуғыш тураһында кинолар ҡарап үҫтек, китаптар уҡыныҡ. Совет осоро фильмдарында иделогия өҫтөнлөк итһә, хәҙергеләре бындай сикләүҙәрҙән азат һәм уларҙа һуғыш дөрөҫлөгө күберәк.
Барлыҡ ошо мәғлүмәтте үҙең аша үткәреп, үҙеңде шул аяуһыҙ шарттарға ҡуйып ҡарайһың да, кисерештәреңә таянып, хәл-ваҡиғаларҙы тәфсирләйһең килеп сыға. Әгәр улар ышандырғыс итеп һүрәтләнгән икән, тимәк маҡсатыма ирешә алғанмын.
Интернет һәм мәғлүмәт технололгиялары заманы күҙлегенән сығып ҡарағанда, Яныбай Хамматов кеүек тарихи романдарға өҫтөнлөк биргән яҙыусыларҙың фиҙаҡәрлеге бигерәк тә юғары баһаға лайыҡ. Уларға бит ниндәйҙер мәғлүмәт табыр өсөн юл йөрөргә, архивтарҙа ултырырға, күпме документтарҙы күтәрергә кәрәк булған. Ә сарыф ителгән ваҡытты әйтеп тораһы ла түгел.
– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә прозаиктар бик һирәк. Әлбиттә, сей яҙмаларын үҙнәшер менән китап итеп, әллә кемдәрҙән маҡтатып, һатып йөрөүселәр ҙә бар. Шулай ҙа әҙәбиәттең үҙ бизмәне, тигәндәй, һинең әҫәреңде уҡып сыҡҡас, әҙәбиәтебеҙгә талантлы яҙыусы килә тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Әле нимәләр яҙаһың?
– 2015 йылда донъя күргән тәүге китабым дәрт өҫтәне. Икенсе йылына уҡ тағы бер йыйынтыҡ туплап, китап нәшриәтенә тапшырҙым. Ул үҙ сиратын көтә, йылдан-йыл ҡалыная бара. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, романға тотонғанмын. Уны повестарға бүлеп яҙам. Әлбиттә, бик амбициоз проект. Ваҡыттың самалы булыуы бәкәлгә һуға.
“Талантлы яҙыусы” тип әйтеүең арттырыу, шапыртыу, әлбиттә. Был раҫлауға әҙәбиәт тәнҡитселәре мыйыҡ аҫтынан йылмайып ҡына ҡуйыр, моғайын. Ҡул аҙыраҡ яҙыу белә инде – шул ғына. Ҡартәсәйем мәрхүмә минең китап уҡып ултырған сағыма юлыҡһа: ”Ошо бала ҡағыҙға текләй ҙә ултыра, писәр генә булыр инде”, – ти торғайны яратып.
– Әле баҫылмаған һәм үҙ сиратын көтөп өҫтәл ҡумтаһында ятҡан әҫәрҙәреңдең геройҙары кем?
– Геройҙарым – минең замандаштарым. Прототиптары арабыҙҙа йәшәй, улар төрлө һөнәр кешеләре, йә ауыл, йә ҡала мөхитендә көн күрә. Кемделер күҙ уңында тотоп яҙһам да, күп осраҡта геройҙарым йыйылма образ булып тора. Шуға уларҙы айырым кешегә йәбештерергә тырышыу дөрөҫ булмаҫ.
Бөгөн беҙ глобаль тетрәнеүҙәр алдында торабыҙ, тип фаразлайым. Климат үҙгәрә, геосәйәси йәһәттән әүҙем процестар бара, ҡеүәтле дәүләттәр донъяны яңынан бүлгеләү сәйәсәте алып бара, глобализация милли мәҙәниәттәрҙе, телдәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милләттәрҙең үҙен йота, мәғлүмәттәр технологияһы, йәмғиәт томошон цифрлаштырыу кешенең шәхсәнлеген юҡҡа сығара. Ғөмүмән, күп тигәндә егерме йылдан беҙ бөтөнләй башҡа йәмғиәттә йәшәйәсәкбеҙ. Ҡиммәттәр, тормош асылы, маҡсаттар үҙгәрәсәк. Беҙҙең быуын өсөн яңы тормош шарттары катастрофа булараҡ ҡабул ителер, моғайын. Үкенескә ҡаршы, бөгөн яҡын киләсәкте аңларға тырышыу юҡ. Шуға ла геройҙарымды уйландырырға тырышам, төрлө аҙымдар яһарға, ҡарарҙар ҡабул итергә мәжбүрләйем. Үҙгәрергә теләмәгәндәренең яҙмышы насар тамамланып ҡуя.
– Әҙиптең ижад серҙәрен белер өсөн тәүҙә биографияһына күҙ һалырға кәрәк. Уҡыусыларҙы үҙең, ғаиләң менән таныштырып үт әле.
– Йылайыр районы Матрай ауылында тыуып үҫтем. Урта мәктәпте Баймаҡ интернат-мәктәбендә тамамланым. Артабан Мейәс геологоразведка техникумында уҡыным, армияла хеҙмәт юлы үттем. Ике йылға яҡын Чукотка тарафтарында эшләп алдым, Өфөлө “Башгипроводхоз” проект-тикшереү институның геология бүлегендә хеҙмәт иттем. Артабан, йәмғеһе биш һөнәр алмаштырып (эш урыны түгел, ә фәҡәт һөнәр), төрлө урындарҙа тир түктем. Геолог, электромонтер, төҙөүсе, журналист, дәүләт (муниципаль) хеҙмәткәре – ошо һөнәрҙәрҙе үҙләштерҙем. Өйләнеп, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк булғас, өйрәнсек-ташсы булып эшкә төштөм. Биографиямдың был битен 5-се разрядлы ташсы-монтажсы, ташсылар бригадаһы бригадиры сифатында тамамланым, ябып ҡуйҙым. Уның ҡарауы, тәүҙә – бер, аҙаҡ ике бүлмәле фатирға индем. Журналистика өлкәһендә лә өйрәнсек хәбәрсенән гәзит мөхәррире вазифаһына тиклем юл үттем. Ун дүрт йыл Сибай ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләнем.
Тормош иптәшем Мөнирә Надир ҡыҙы Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан. Ғүмер буйы финанс өлкәһендә эшләне. Өлкән улыбыҙ Илгиз Өфө авиация-техник университетын тамамланы, Өфөлә йәшәй. Кесебеҙ – Илнур – Санкт-Петербургта телекоммуникация университетында уҡыны, илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһында ҡалды, кино, фото төшөрөү даирәһендә мәшғүл. Ижадҡа ныҡ тартыла.
Беҙҙең быуындың иң емешле, көс-ғәйрәте ташып торған сағы үҙгәртеп ҡороу, ҡырағай капитализмдың сәскә атҡан дәүерҙәренә тура килде. Күп көс, тиҫтәләгән йылдар, асылда, ғүмеребеҙҙең иң емешле осоро, ябай көнкүреш проблемаларын хәл итеү өсөн тәләфләнде. Шуныһы үкенесле, әлбиттә.
– Һин геройҙарыңдың эске донъяһын, кисерештәрен психологтарса тояһың.
– Быға тормош тәжрибәһе булышлыҡ итәлер, моғайын. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, төрлө ерҙә йәшәнем, төрлө эштә эшләнем, төрлө кешеләр менән аралаштым.
– Чукоткала ай ярым тирәһе Анатолий исемле Ленинград егете менән тундрала икәүҙән-икәү генә ятырға тура килде. Беҙҙең алға ҡуйылған эш бурысы шунан ғибәрәт ине: бырауланған скважиналарҙа ер ҡатламының төрлө тәрәнлектә температураһын үлсәү. Эш еңел, бер ниндәй ҙә көс һалыуҙы талап итмәй, ләкин геологоразведка өсөн бик тә кәрәкле.
– Тундраға сыҡҡанда ноябрь аҙағы ине. Поляр төндөң үҙ хоҡуғына тулыһынса ингән мәле. Тышта бөтөнләй яҡтырмай, саҡ ҡына таң һыҙылғандай булып тора ла, кире ҡараңғылана. Электр уты юҡ. Рацияның аккумуляторы, приборҙарға батарейкалар бар, тик улар эш өсөн. Май шәм яҡтыһында көн итәбеҙ.
Скважиналарҙы ике-өс көнгә бер урап сығабыҙ, күрһәткестәрҙе яҙып алабыҙ. Башҡа ваҡытта бушбыҙ. Поляр төн, ике кеше ун квадрат метр ҙурлыҡтағы дүрт стена артында егерме дүрт сәғәт бергә… Тәүҙә танышыу мәле булды: ҡайҙа тыуған, ҡайҙа белем алған, ҡайҙа, кем булып эшләгән, ниндәй китаптар уҡыған, ниндәй билдәле кешеләр менән осрашҡан һәм башҡалар һәм башҡалар. Шунан күберәк китап уҡыныҡ шәм яҡтыһында, радио тыңланыҡ. Ике-өс аҙнанан бер-беребеҙгә юҡ-барға бәйләнә башланыҡ. Анатолийҙың табала ҡыҙҙырылған колбасаға шәрбәтле ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һалып ашауы мине сығырҙан-сығара ине.
Ҡараңғылыҡ, сикләнгән киңлек, эшһеҙлек иң көслө ихтиярлы кешене лә бөгөүе, уйламаған ҡылыҡтарға этәреүе, төшөнкөлөккә дусар итеүе ихтимал.
Бер мәл машина тауышына, кешеләрҙең балок тирәһендә йөрөүенә уянып киттек. Бына ишекте лә шаҡынылар. Өс ир килеп инде. Беҙҙең экспедиция кешеләре, тик башҡа подразделениенан икән. Сәй эсерҙек. Машиналарында яғыулыҡ бөтөп бара, бензин кәрәк икән быларға. Минең хужалыҡ юҡ, өндәшмәйем, ә Анатолий: “Бензин юҡ. Ҡайҙан булһын, бер ай ятабыҙ”, – тип яуаплай. “Бензинығыҙ бар, тышта снегоход ултыра, бир бензин”, – тип ныҡыша тегеләрҙең хужаһы. “Келәтте асып күрһәтәм, юҡ бензин”, – ти иптәшем, валлаһинан һалдырып. “Йәшергәнһең, бензиның бар, бир, давай, әтеү хәҙер үҙебеҙ тентейбеҙ”, – тип өҫкә менеп килә тегеләр. Бер килке бәхәсләшкәс, сығып китте ҡунаҡтар.
Анатолий мохтаждарға ярҙам итмәне.
Ул тундрала байтаҡтан ята. Ошолайтып үткенселәр барлыҡ бензин запасын ҡоротҡандар икән. Бер мискәне һаҡлыҡҡа, “ҡара көнгә”, – донъя хәлен белеп булмай – ҡарға күмеп йәшереп ҡуйған булып сыҡты. Ҡаргиҙәр менән алыҫ нөктәләге скважиналарға йөрөйбөҙ, ҡырҙа, кешеләрҙән, базанан алыҫта, башҡа көтөлмәгән киҫкен хәлдең килеп сығыуы ла ихтимал, шуға яғыулыҡһыҙ булмай бер нисек тә. Аңланым, кисерҙем иптәшемде. Тегеләр ҙә бигерәк баҫҡынсылар кеүек ҡыланды шул. Анатолийҙың мылтыҡҡа ҡарап-ҡарап ҡуйғанын да шәйләгәйнем.
Ошондай хәлдәр баштан үткәс, аҙыраҡ психолог та булып китәһең инде.
– Әйт әле, башҡорт әҙәбиәтен уҡыштыраһыңмы?
– Чукоткала йәшәгәндә “Ағиҙел”де алдырып уҡый инем. Журналдан бер ваҡытта ла өҙөлгәнем булманы. Һуңғы өс тиҫтә йылда сыҡҡан барлыҡ һандарын һаҡлайым. Ғәҙәттә китапты аралаштырып уҡыйым: берҙе башҡортса, берҙе русса. Рус классикаһына өҫтөнлөк бирәм. Үҙебеҙҙең Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре күңелгә яҡын. Һуңғы уҡығандар иһә чех яҙыусыһы Карел Чапектың һайланма әҫәрҙәре, ә башҡорт авторҙарынан Дамир Шәрәфетдиновтың "Көн башы һуҡмаҡтары” һәм Әмир Әминевтың “Бер кәмәлә” китаптары. Әйткәндәй, Дамир Шәрәфетдиновтың атап үтелгән әҫәре – фильм төшөрөү өсөн әҙер сценарий, минеңсә. Унда – тау башҡорттарының көнкүреше, ауыл малайҙары араһындағы мөнәсәбәт, ауыл тормошо, тәбиғәт, хайуандар донъяһы... Автор, бәлки, әҫәренең дауамын яҙып һалып ҡуйғандыр. Мәҫәлән, мин Аркаштың һәм башҡа геройҙарҙың артабанғы яҙмышын белгем килә.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.