Ғалимдар билдләләүенсә, Рәсәйҙә йәшәүселәр һанының артабан да кәмеүгә табан йүнәлеш алыуы ихтимал. Бының өсөн ил иҡтисадын яйға һалырға, һаулыҡ һаҡлауҙы яҡшыртырға, йәш ғаиләләрҙе ҡурсаларға кәрәк. Сөнки күп кенә ғаиләләр иҡтисади проблемаларға һылтанып, икенсе, өсөнсө бала табыуҙы кисектерә килә.