Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Май 2019, 21:55

БАБИЧҠА УРЫН ТАБЫЛДЫ

Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыр өсөн бик шәп урын һайланыҡ бөгөн. Аллаһ бойорһа, һәйкәл июнь аҙаҡтарында асыласаҡ! Һәйкәл артына ҡуйыласаҡ экранға Йылайырҙағы бюсындағы шиғырҙы алтын хәрефтәр менән яҙырға тәҡдим иттем.

Сөнки "Ғәскәр доғаһы" шиғырынан алынған был строфала - Бабичтың бөтә булмышы һәм яҙмышы...
Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән була тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Флүр ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: