– Трилогияның икенсе романын уҡыусыларыбыҙ бик йылы ҡабул
иткәйне. Әле баҫыласаҡ әҫәрҙе лә улар яратып уҡыясаҡ тип ышанабыҙ. Шуға бәйле рәүештә трилогияның ижад ителеү тарихы хаҡында һөйләп үтә алмаҫһыңмы?
– Күңел төбөндә әллә ҡасандан бирле студенттар һәм йәштәр хаҡында
күңелле бер әҫәр яҙыу теләге йәшәй ине. Ләкин әҫәрҙә тик ошо тема ғына булһа, моғайын, ул бик ыҡсым ғына берәй повестан артмаҫ ине. Роман өсөн масштаблылыҡ кәрәк. Ә инде көслө фәлсәфәүи ҡатлам булмаһа, миңә әҫәр яҙыуы бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Шуға күрә лә студенттарға бәйле сюжет линияһын романдарҙағы композицияның бер өлөшө итеп алдым. Ул трилогиялағы өс романды ла бер бөтөн итеп бәйләй.
– Әҫәрҙәр баштан уҡ трилогия булараҡ уйланылдымы?
– Тәүге роман “Аҡ һәм Ҡара”ны мин ҡапыл ғына яҙа башланым. Бик
ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҙылыуына ҡарағанда, нимәләрҙер уйлап сығарып аҙапланманым да тиер инем. Күңелгә килгәнен теҙҙем. Тамамларға яҡынлашҡанда ғына аңлап ҡалдым – әйтергә теләгәнемдең бер өлөшөн генә биреп өлгөргәнмен икән. Тағы ла әллә күпмеһе үҙ сиратын көтә – ирек кенә бир. Шул рәүешле ваҡиғаларҙы артабан да дауам итергә хәл иттем.
– Һәр романда студенттарҙың кемеһелер иғтибар үҙәгенә эләккән
– Эйе, иғтибар итһәгеҙ, төп сюжет һыҙығын бәйләп тороусы ваҡиғалар Фәһим, Алһыу, Ғәҙел, Нәзирә һәм Луизаның шау-шыулы студент тормошо менән бәйле. Бынан тыш “Аҡ һәм Ҡара” романында – Фәһимдең, “Юғалтылған ваҡыт”та – Луизаның, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр…” әҫәрендә Ғәҙелдең ата-әсәһенә һәм яҡындарына бәйле сюжет линияһы уйнала.
Асылда был әҫәрҙәр трилогия түгел, пенталогия булараҡ уйланылғайны. Ләкин тормошомдағы ҡайһы бер ваҡиғалар барыһына ла үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Мин әҫәрҙәрҙе трилогия менән сикләргә хәл иттем һәм сит илгә китергә әҙерләнә башланым. Шул рәүешле Алһыу менән Нәзирә “романһыҙ” ҡалды.
– Трилогиялағы фәлсәфәүи ҡатлам ниҙән ғибәрәт?
– Ундағы төп теманы ҡыҫҡаса ошолай билдәләргә мөмкин: “Аҡ һәм Ҡара” романында донъяның барлыҡҡа килеүе, ыңғай һәм кире энергияларҙың ундағы урыны; “Юғалтылған ожмах”та Әҙәм менән Һауаның Ожмахтан ҡыуылыуы; “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр…” әҫәрендә – Ожмахтан ҡыуылған Әҙәм балаларының Ерҙәге яҙмышы. Улар барыһы ла бер-береһенә эҙмә-эҙлекле бәйләнгән. Ғөмүмән, минең өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән һәр бер күләмле әҫәрем (тәүге повесым “Таң алдынан ҡайтырмын” менән тәүге романым “Кеше-күсермә”нән башлап) ҡайһылыр яғы менән тулы бер философик концепцияның бер өлөшө булып иҫәпләнә ала. Улар барыһы ла мозаикалағы айырым биҙәктәр кеүек.
– Ә һинеңсә Яҙмыш ул нимә? Унан уҙмыш бармы?
– Нисек кенә сәйер тойолмаһын, һәр Әҙәм балаһы үҙ Яҙмышын яҙыуҙа ике тапҡыр ҡатнаша. Уларҙың тәүгеһе тыуғанға саҡлы уҡ. Грек мифологияһынан “Река забвения” тигән төшөнсәне иҫләйһегеҙме? Тыуыр алдынан кеше үҙенең киләһе тормошоноң нисек буласағын да, үтәһе һынауҙарын да белә, ләкин барыһын да оноторға мәжбүр. Шулай кәрәк. Ул бит бында һабаҡ алыр өсөн килә. Бик юғары үҫешкә ирешкән йәндәрҙең генә был барьер аша үтеү һәләте һаҡлана, ләкин уныһында ла ниндәйҙер кимәлдә генә. “Река забвения”нан береһе лә азат түгел.
Икенсе тапҡыр Әҙәм балаһы үҙ яҙмышын инде ғүмер барышында һайлай. Һәр кем киҫкен мәлдәрҙә һайлау алдына баҫа: уңға ла, һулға ла китә ала. Һәм уның ниндәй юлға өҫтөнлөк биреүенә ҡарап ваҡиғалар артабан үҫешәсәк, тик кире боролоу юлдары ғына юҡ. Яҙмыш юлының был варианттары ул тыуғанға саҡлы уҡ әҙерләнә. Үҙ тормошондағы яҡшыһына ла, яманына ла кеше алдан уҡ ризалығын бирә. Йыһан ҡанундары буйынса, уның ризалығынан башҡа бер нәмә лә эшләнмәйәсәк. Уларҙы күтәреп булыу-булмауы инде икенсе мәсьәлә. Физикала бит инерция көсө тигән төшөнсә лә бар. Әҙәм ғүмеренә тәғәйен һынауҙарҙа ла был инерция үҙ көсөн һаҡларға мөмкин. Кеше яҙмышының алдан әҙерләнгән варианттары барыһы ла бер урында киҫешергә бурыслы. Ә инде уларҙы һайлау мөмкинлеге – Хоҙай тарафынан Әҙәмгә бирелгән бүләк.
– Трилогиялағы әҫәрҙәр геройҙарҙың прототиптары бармы, әллә улар барыһы ла автор фантазияһы?
– Прототиптар ҡулланыу бик нескә мөғәләмә талап итә, сөнки һәр әҙәм балаһы, яҡшымы ул яманмы, айырым шәхес. Әҙәм күңеленә һаҡһыҙ ҡағылыу шулай уҡ хилаф эш. Кешенең үҙенең рөхсәте менән документаль әҫәр яҙыу – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Әлегә саҡлы кемделер прототип итеп алып әҫәр яҙғанымды иҫләмәйем.
Ғөмүмән алғанда, трилогиялағы студенттарымды бик яратам. Уларҙың бөтмәҫ шуҡлыҡтары һәм оптимизмы күңелемә үтә яҡын. Сөнки студент саҡта үҙебеҙ ҙә шундай инек. БДУ-ның студенттар ятағында йәшәйбеҙ. Әйләнгән һайын әкәм-төкәмдәр сығып ҡына тора. 1 апрель алдынан төндәрен бер кем дә йоҡламай тиерлек: туҙға яҙмаған иғландар яҙып элеүме, полиэтилен тоҡсайға һыу тултырғандан һуң уны ишеккә терәп һәм туҡылдатып йәһәт кенә һыпыртыумы (ишек эскә асыла, йәмәғәт!) – береһе лә ҡалмай.Төркөмөбөҙ шуҡ, аҡыллы һәм талантлы булды. Егеттәребеҙҙең ҡайһылары әрменән һуң да бит, ләкин бала-сағаланыуҙан барыбер тыйыла алмайҙар – эргәләрендәге бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайнап килгән сәйнүгенә тоҙ һалып ыҙалата торғайнылар. Бер мәл Рәшиҙә (фамилияһын юрый яҙмайым, әйҙә, баш ватығыҙ!) әйтә: “Рәйес (шағир Рәйес Түләк) сәйнүккә тоҙ һала ла китә, бөгөн уларҙыҡына маргарин елгәреп киттем әле!” – ти. Уҡый ғына башлаған мәлдә Рәйес беҙгә, кисә генә мәктәпте тамамлаған һәм 17 йәше саҡ тулған ҡыҙ-ҡырҡынға: “Миңә “ағай” тип әйтмәйһегеҙ”, – тип үпкәләп бер була торғайны. Бер аҙҙан ул быға ҡул һелтәне һәм әлеге осраҡтағы иң дөрөҫ юлды һайланы – үҙе лә “йәшәрергә” ҡарар итте. Бына шулай, иптәштәр, хәҙер дәрәжәле генә булған апай-ағайҙарығыҙ ҙа ҡасандыр барыбер студент булған.Башҡортостан радиоһында оҙаҡ йылдар диктор булып эшләгән яҡташым Әхәт Мортазин беҙҙең төркөмдөң кейәүе ине, ул беҙҙән бер курсҡа юғарыраҡ уҡыны.“Там где речка,Речка Дим течет,Глотает воду по утрам колхозный скот,По вечерам на лавочкеМеня Мәстүрә ждет!” –
тип гитара һуғып йырлап ултырғаны әле булһа күҙ алдымда тора. “Аҡ һәм Ҡара” романына ошо эпизодты индереп ебәргәндә, мин Әхәтте күҙ уңында тоттом.Ләкин бөтә был күренештәр эпизодик рәүештә ҡулланылды. Был романдың да, шулай уҡ дөйөм алғанда трилогияның да прототиптары юҡ.Ике ҡыҙым университетта уҡыған мәлдә уларҙың дуҫ-иштәрен яҡындан белә инем. Һәр заман студенттары ла бер-береһенә бик оҡшаш икән ул – ғәҙеллеккә һәм изгелеккә ышаналар һәм донъяны матур яҡтан ғына күрергә тырышалар. Замандар үҙгәрә, ләкин уларға хас оптимизм йәшәүен дауам итә. Шуға күрә трилогия бар замандарҙағы студенттарға арнала тиһәм дә яңылышмам.
– Һуңғы осорҙа ниндәй әҫәрҙәр өҫтөндә эшләйһең?
– Быйыл март айында өр-яңы роман тамамланым. Ул “Асманға ашыу” тип атала. Донъяла әҙәм йәндәре ҡуш итеп яратыла. Ерҙәге тормоштарында улар бер-береһен йә табырға мөмкин, йә юҡ. Таба алһалар – ҡөҙрәтле көскә эйә мөхәббәт тойғоһо ярала. Романдағы ваҡиғалар XXI быуатта Өфөлә, Икенсе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Смоленск өлкәһендә, XVIII быуатта Американың Пенсильвания, шулай уҡ Төньяҡ Каролина штаттарында һәм Францияла бара. Был ваҡиғаларҙы бер-береһе менән ни бәйләй һуң? Улар бер үк мәңгелек йәндәрҙең реинкарнацияһы.
Башҡорт милләте – донъя халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Үҙ халҡыңды ла, башҡа милләттәрҙе лә кәмһетеп ҡарарға ярамай. Сөнки үткән ғүмереңдә ҡайҙа йәшәгәнеңде лә, киләһе тормошоңда кемдәр араһына барып эләгереңде лә белә алмайһың.
– Трилогиялағы әҫәрҙәр жанр йәһәтенән роман-хикмәткә ҡарай. Ә бына яңы яҙылған “Асманға ашыу” хаҡында нимә әйтергә мөмкин?
– Уны мин роман-баллада тип алдым. Стиле лә, проза булһа ла, урыны-урыны менән балладаға тартым. Ләкин сюжеты ҡыҙыҡлы һәм динамик стиль өҫтөнлөк ала. Һуҙып-һуҙып хәбәр һөйләп ултырыуҙы мин өнәп бөтмәйем.
– Һин сәйәхәттәрҙә лә йөрөргә яратаһың…
– Мин үҫкән йорттоң тупһаһын аша атлаһаң, көнсығыш яғына икһеҙ-сикһеҙ офоҡ асыла торғайны. Бала саҡта шулар артында ниҙәр барлығын белгем килде. Сәйәхәттәр – ана шул офоҡ артындағы донъяны үҙең өсөн асыуҙыр ул.
Төньяҡ Америкаға килгәс, байтаҡ урындарҙа булырға өлгөрҙөм. Ниагара шарлауығы, Ҙур Каньон, Азатлыҡ статуяһы утрауы, Флоридалағы Диснейленд, Калифорниялағы Юниверсал студио паркы, Невадала Мохаве сүллеге, Лос-Анджелес, Нью-Йорк, Сан-Франциско, Питтсбург, Лас-Вегас, Вашингтон, Маями, Филадельфия ҡалалары, Атлантик һәм Тымыҡ океандар… Байтаҡ ерҙәрҙе күрҙем, ләкин ҡыҙыҡһыныу барыбер кәмемәй. Һәр бер сәйәхәт күңелемдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Улар хаҡында, бәлки, “Ағиҙел” журналына айырым яҙма ла тәҡдим итермен.
– Ниндәй китаптарға һәм авторҙарға өҫтөнлөк бирәһең?
– Энциклопедик белемле авторҙарҙы ихтирам итәм. Башҡортса
баҫмаларҙы күберәк Интернет аша уҡыйым, русса аудиокитаптарҙы башлыса руль артында барғанда тыңлайым. Сөнки ваҡыт бер ҡасан да етмәй. Инглиз телендәгеләрен китапхананан алып уҡыйым. Бында килгәс, тәүге мөмкинлек сығыу менән үк Бразилия яҙыусыһы Пауло Коэльоның егермегә яҡын китабын интернет-магазин аша һатып алдым. Күбеһен элегерәк русса вариантында ла уҡығаным бар ине, ләкин тап инглиз телендә йәнә танышҡым килде. Бер мәл уның “Валькириялар” романын уҡып ултырам. Унда мотоциклда Мохаве сүллеге буйлап сәйәхәт итеүсе бер төркөм ҡатын-ҡыҙ хаҡында һүҙ бара. Элегерәк русса уҡығанымда улар атта елгән һымаҡ тип иҫләйем. Интернет аша аудиокитабын табып алдым. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Тәржемәсе ни өсөн шул рәүешле иркен эшләгәндер – аңлашылманы. Атта елеү, бәлки, бик матур күренәлер ҙә, ләкин мин Мохаве сүллегендә булдым, унда аттар оҙаҡҡа сыҙамаясаҡ. Автозаправкаларҙа мотоциклдарға бензин табыуы ҡыйын түгел. Аттарға бензин эсереп булмай бит инде. Шул рәүешле артыҡ иркен эш итеүҙән боҙолған күпме әҫәрҙәрҙе уҡығанбыҙҙыр – бына быныһы инде риторик һорау.
– Интернет-магазин тигәндән, был йәһәттән унда нисегерәк?
– Улар хәҙер йылдан-йыл популярлаша бара. Америкала иһә тауар
әйләнешендә был күренеш әллә ҡасандан үҙ урынын биләгән.
Бер мәл ҡыҙым менән ҡайҙандыр ҡайтышлай супермаркетҡа телефон өсөн аксессуар алырға индек. Супермаркет бик ҙур, бер осонан икенсеһенә саҡлы атлап ҡына ла байтаҡ ваҡыт барырға кәрәк. Алаһы әйберебеҙҙең хәтһеҙ варианттарын ҡарай торғас, ялҡтыҡ бер заман. “Әйҙә, – мин әйтәм, – интернет аша алайыҡ. Исмаһам, ваҡыт әрәм итмәбеҙ”. Шунда, тауар рәттәре араһында торған килеш, телефондағы ҡушымта аша үҙебеҙгә оҡшағанын йәһәт кенә табып та алдыҡ. Бында “Амазон” интернет-магазины бик популяр. Әйбер оҡшамаһа, бер ай эсендә кире ҡайтарырға мөмкин. Юл хаҡы өсөн дә түләргә кәрәкмәй. Улар үҙ рейтингы өсөн көрәшә, шуға күрә клиенттарының зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн барыһын да эшләйәсәк.
– Ер-һыуҙар гиҙеү төрлө идеялар менән дә байыта торғандыр?
– Төрлө милләт кешеләре менән яҡындан аралашыу уларҙың уй-хыялдарын, маҡсаттарын танырға өйрәтә. Донъя икһеҙ-сикһеҙ киң ул, һин уға матур мөнәсәбәт күрһәтһәң, ул да һиңә шундай уҡ яуап ҡайтарасаҡ. Ләкин күп милләт кешеләре менән яҡындан аралашҡандан һуң үҙ халҡыңдың күңелеңә барыбер нығыраҡ яҡын икәнен аңлайһың. Һоҡланырлыҡ ерҙәр күп ул, ә ғәзиз ер ул бер генә – тыуған тупрағың.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.