* Көслө ел ваҡытында йорттарҙың стенаһы буйына йәшенергә ярамай, шифер, йә ҡыйыҡтың өлөштәре өҫтөгөҙгә төшөргә мөмкин.
* Көслө ел, дауыл мәлендә электр үткәргесе аҫтында тороу, өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмергә ҡурҡыныс менән янай.
* Йортто йәшен атыуҙан һаҡлау өсөн йәшен ҡайтарғыс ҡуйыу кәңәш ителә. Йәшен ҡайтарғыс бер осо бинаның өҫтөнә сығып торған, икенсе осо ергә ҡаҙып ултыртылған оҙон тимерҙән ғибәрәт. Йәшен ваҡытында был тимерҙән йырағыраҡ йөрөү хәйерле.
* Электр ҡоролмаларығыҙҙы һурығыҙ, һауа ағымы бик яҡшы электр үткәргесе булғанға күрә, тәҙрәләрегеҙҙе, ишектәрегеҙҙе ябығыҙ.
* Йәшендә ҡоролмаларҙың ҡыйығы башында йөрөмәҫкә кәңәш ителә.
* Радиоғыҙың, телевизорығыҙҙың айрым антеннаһы бар икән, уны приборҙарығыҙҙан һурып тороғоҙ.
* Йортоғоҙға (тәҙрә аша булыуы мөмкин) шар формаһындағы йәшен уты килеп инһә, нимә эшләргә? Иң тәүҙә шуны иҫтә тоторға кәрәк – йәшен шарының траекторияһын бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Шулай ҙа ҡырҡа хәрәкәттәр яһарға, унан бигерәк, йүгерергә ярамай: йәшен шары һауа ағымы буйлап хәрәкәт итә. Был осраҡта электр приборҙарынан, сымдарҙан ситтәрәк тороғоҙ, тимер әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Ярты минут та үтмәҫ, үҙе артынан ишектә тишек ҡалдырып, йә, озон еҫе аңҡытып, ут юҡҡа сығыр. Бындай ҡунаҡтарҙан һуң янғын сығыу осраҡтары ла күҙәтелеүе тураһында иҫкәртә ҡотҡарыу хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты материалдарынан.