– Шиғырмы?.. Булдырабыҙ уны...
Биш минут та үтмәне, әүәләп тә ҡуйҙы. Марс ағай ҡағыҙҙы ҡулына алды. Уҡыны. Уйланып торҙо. Шунан минең алға һалды ла:
– Был көйө бармай. Тәүҙә, бына, Әхмәр, һин, шағир булараҡ, уҡы: шиғырмы-түгелме икәнлеген әйт. Һин – эскперт, "был – шиғыр", тип ҡулыңды ҡуй ҙа, шунан һуң ғына, һин, Буранбай, ғариза яҙырһың...
Мин уның яҙғанын уҡыным да, тәгәрәп ятып көлдөм. Көлмәҫлекме һуң инде, Буранбай яҙһын да! Миңә эйәреп Марс ағай ҙа көлөргә тотондо. Яҙыусылар союзының бинаһы һелкенде.
– Эйе, шиғыр, шиғырҙың да ниндәйе бит әле, буранбайса, парадаксально, һәр ваҡыттағыса, – тип директорҙың шарты буйынса ҡағыҙға "был – шиғыр" тип яҙҙым да, ҡулымды ҡуйҙым...
Ә шиғырға килгәндә, уны "Буранбайҙы һағынғанды — 14" яҙмаһында уҡырһығыҙ...