Ярға яҡын торған ҡустым Зәбир бер аяғы менән һыу кисеп, икенсеһен ҡоро ерҙә ҡалдырып, уға ҡулын һондо. Батыусы ла ҡулын уға йүнәлтте. Һәм... нимә булды тип уйлайһығыҙ? Эйе, батыусы урынына уның протез ҡулын һыу эсенән йолҡоп алып ярға алып бырағатты. Һыуҙа балыҡ һымаҡ йөҙгән Буранбайҙы батырырһың батырмай ҙа. Һыу эсенән беҙгә күрһәткән әкәмәте булған икән был. Шулай ҙа ҡустымдыҡы килен: “Уй, ҡулын йолҡоп алған өсөн Зәбирҙе төрмәгә ултыралар инде...” – тип ҡурҡҡан икән.