Обкомдың элекке секретары һөйләгәндәрҙе хәҙер һеҙгә еткермәк булам. “Яңы ғына эшләй башлағайным, КПСС Үҙәк комитетынан тәҡдим булды: Ҡөрьәнде алырға һәм уның зыяны хаҡында бөтәһе лә уҡып аңларлыҡ китап яҙырға. Тәүҙә ғәжәпкә ҡалдым, быны нисек аңларға? Тиҙ төшөндөрҙөләр, мосолмандар араһында дингә ылығыу көслө, Урта Азияла әллә нимәләр твориться итә. Ҡыҫҡаһы, быға сик ҡуйырға кәрәк. Задание бирәм, эш ҡушам, ваҡыт үтә, китап юҡ. Башҡорттарҙан берәү ҙә тотонорға теләмәй икән. Ҙур аҡса, тираж, бушлай фатир, вазифа тәҡдим итәбеҙ. Юҡ, ҡәтғи рәүештә баш тарталар. Ул арала булмай, “Көрьән серләре” тигән китап Ғариф Ғөбәй авторлығында Ҡаҙанда килеп тә сыҡты. Миңә килтереп тотторҙолар. Бәй, әҙер китап таһа был, тиҙ генә тәржемә итеп, ЦК алдында отчет тоттоҡ. Шулай итеп, татарҙар беҙҙе гонаһтан ҡотҡарып ҡалды”, – тип һөйләне беҙгә Таһир Исмәғилевич.
Белешмә өсөн: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡаҙан китап нәшриәтендә “Көрьән серләре” бер нисә тапҡыр барлығы 75 мең тираж менән сыға һәм таралып өлгөрә. Ошо китаптан һуң Сәғүт Ғәрәбстаны мосолмандары Рәсәйҙән килгәндәрҙе “Ҡөрьән серҙәре” һымаҡ дәһри китап яҙған һәм уҡыған халыҡ тип таный. Ил короле АҠШ-тың шул саҡтағы президенты Ричард Никсонға Леонид Брежневтан “Көрьән серләре”н сығарыуҙарын тыйыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Үтенес яуапһыҙ ҡала.