–Дуҫтар, туғандар, мин һеҙгә үҙемдең һүҙҙәремә Абдулла Хәлфетдинов яҙған йырымды башҡарып, ошо мәжлесте асып ебәрәм, – тине лә ул, йырын башланы.
Ошо киң билдәле йырҙың тәүге һүҙҙәрен әйткәс, бер-ике секундҡа пауза яһаны шағир. Кем белә инде, бәлки уға пауза яһарға ла кәрәк булмағандыр. Ул паузаны ҡәләмдәшебеҙ Буранбай Исҡужин тултырып, эште боҙоп ҡуйҙы. Рамаҙан ағай, бигерәк тә нескә күңелле кеше бит инде, түгелеп иланы ла ебәрҙе. Саҡ тымыҙҙыҡ үҙен. Ә Буранбай Исҡужиндың паузаны тултырған йыр өлөшө шулай ине:
Хәҙер улар икеһе лә гүр эйәһе. Тегендә бергәләп йырлайҙар микән был йырҙы?