Шул осор КПСС-тың элекке идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәновтың сираттағы юбилейы яҡынлаша. Нәжип ағай дуҫы хаҡында мәҡәлә яҙырға рөхсәт һораны. Беҙ ризалаштыҡ. Нәжип ағай үҙе бик тулҡынлана, дуҫы өсөн ихлас ҡайғыра. Беҙ белмәйбеҙ, һорашырға уңайһыҙ, Ахунйәновтар фатирында ниндәйҙер ҡайғы. Ҡайғы ғына булһа бер хәл, кемдер үлем түшәгендә ята. Ярҙам итеп ҡарайҙар, файҙаһы юҡ. Таһир Исмәғил улы ысын күңелдән ҡайғыра, хатта илай икән. Нәжип ағай редакцияға көн аша килеп шул хаҡта һөйләй, юбиляр хаҡында мәҡәләне ваҡытында яҙа алмауына борсола. Уға ҡушылып беҙ ҡайғырабыҙ. Аҙаҡ Нәжип ағай мәҡәләне өлгөрттө. Иң ҡыҙығы шул, яҙма элекке Обком секретарын илатҡан ваҡиға менән башлана ине... Ҡыҫҡаһы, ҡартайыуҙан Граф үлергә йыйынған икән. Граф тигәнебеҙ Ахунйәновтың яратҡан эте булып сыҡты. Кем белмәй, титуллы этебеҙ быҙау ҙурлығы дог тоҡомло арлан икән.
Күпте күргән, күпте кисергән, күпме яҙмыштарҙы хәл иткән элекке партия етәксеһенең йомшаҡ күңелле булыуы, бәлки, кемделер урынлы-урынһыҙ тетрәндерер. Ләкин мин күҙ йәштәрен ҡойорға мәжбүр иткән титуллы эт хаҡында түгел, уның хужаһының вазифаһына ярашлы, эшенән ҡыуылған әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре хаҡында уйланым. Кем белә хәҙер, атаҡлы шағирыбыҙ Рәми Ғарипов эшһеҙ ҡалғас, уның ғаиләһенең йыш ҡына ас ултырыуын, дуҫтары аҡса йыйып биреүен.
Ошо хаҡта белгән булһа, мәрхүм Обком секретары, исмаһам, ҡайғырыр инеме икән?