“Вәлидиҙең рәсми рәүештә рәйес булып эшләй башлағанына күп тә түгел, әммә теге яҡтан да, был яҡтан да тикшереүҙән ялҡа башланы. Бына тағы телеграмма килгән. Ә-ә... Быныһы тикшереү генә түгел, һеңгәҙәтә һуғыуы ихтимал йоҙроҡҡа оҡшаған. Троцкий килә. Башҡорт республикаһы, Өфө, Ырымбур виләйәттәре менән кәңәшмә үткәрергә йыйына. Башҡортостандан Вәлиди, Артем һәм Самойлов саҡырыла, тигән. Тимәк, һүҙ Башкирпомощь, йәғни шуның тирәһендә ҡоролған мөнәсәбәттәр тураһында була. Ни эшләп Башкирпомощь мәсьәләһен ҡарарға Троцкий килә һуң? Был бит Троцкийҙың туранан-тура эше түгел, Калининдың, бик тә булмаһа Рыковтың даирәһе. Вәлиди һәр яҡлап уйлап ҡараны, әммә серҙе сисә алманы. Лениндың ниндәй уйҙан Троцкийҙы ебәрергә булыуын аңламаны”. – Яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Шаҡай бураны” романының аҙағында йәш республикабыҙҙың тәүге аҙымдары сағыла.
Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” тигән повесының тәүге өлөшөн күптәр яратып ҡабул иткәндер, моғайын. Әҫәрҙең һуңғы өлөшөндә ваҡиғалар киҫкен йүнәлеш ала: “Янаның йөҙө балауыҙ битлек кейгәндәй ҡатҡан, күҙ алмалары ла хәрәкәтләнмәй, мылтыҡ көбәгенә төбәлгәндәй сая ҡыҫыла төшкән:
– Булышырһығыҙмы? Ошо яуаплы бурысты урын-еренә еткереүсе башҡа бер кемем дә юҡ. Иң яҡын кешем – һеҙ. Рәхмәтле генә булырмын.
Тәҙрә төбөнә барып таяндым да тыш яҡҡа күҙ һалдым. “Ҡасан ҡайтыр Елизавета Петровна, бығаса ҡайҙа юғалды?.. Аллаға шөкөр, ана әбейҙәрсә һәлмәк кенә баҫып килә, подъезға инде…”
– Был һөйләшеүҙән ситләшергә теләп, апайымды көтәһегеҙме? Йә, әйткәндәремә яуап бирмәнегеҙ бит?
– Мин быны бер ҡасан да эшләй алмайым, Яна!
– Үтенәм! – Башҡа теләктәреңдең барыһын да үтәргә әҙермен, тик быны түгел. – Ни эшләргә һуң миңә был осраҡта? Ни эшләргә?!
– Өгөтләргә лә, аҡыл өйрәтергә лә йыйынмайым. Һеҙһеҙ тере мәйеткә әүереләсәкмен, тормошомдоң ҡото, матурлығы ҡалмаясаҡ. Йәшәгеҙ әле, мөмкин булмағанда ла йәшәп ҡарағыҙ, Үҙегеҙ өсөн булмаһа, минең өсөн!”
Григорий Бакланов (1923 – 2009) – рус совет яҙыусыһы, мөхәррир, сценарист, “лейтенанттар прозаһы” вәкилдәренең береһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уны артиллерия дивизионының разведка начальнигы булып тамамлай. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Романдар, повестар һәм хикәйәләрҙән торған китаптары күп телдәргә тәржемә ителгән, донъяның 36 илендә баҫылған. Ҡайһы бер әҫәрҙәре буйынса нәфис фильмдар һәм спектаклдәр ҡуйылған. Журналдың әлеге һанында уның “Май айы ине” тигән хикәйәһе тәҡдим ителә. Әҫәрҙе яҙыусы Факил Мырҙаҡаев тәржемә иткән.
“Шул минутта уҡ аяғын ҡаты ауыртыу телеп үтте. Ильяс ҡалҡынды, теткеләнгән салбар балағынан һулҡылдап сыҡҡан ҡуйы ҡыҙыл ҡанды күрҙе һәм, әгәр уны туҡтатмаһам, тәндәге бөтә ҡан ағып бөтәсәк тә ошо һары яланда ятып үләсәкмен, тип уйланы. Күкрәгендә хәлһеҙлек, үлем ҡалтыраныуы, бөтә тәнендә дерелдәү тойҙо”. – Был юлдар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланы” тигән хикәйәһенән. Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән сорналған кеше яҙмышы һеҙҙе лә уйланырға мәжбүр итер.
Шағирә Гөлназ Ҡотоеваның “Ҡот тамғаһы” тип аталған поэмаһы:
Тигән юлдар менән башланып китә. 1937 йылғы репрессияға эләгеп, донъя ғазаптарын татыған кешеләрҙең тормошо, кисерештәре сағылыш таба поэмала.
Шулай уҡ шағирҙар Фәнил Күзбәковтың, Мөнир Вафиндың, Миңлегөл Тайсинаның шиғри шәлкемдәре күңелегеҙгә хуш килер.
Арабыҙҙан мәңгелеккә киткән халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың көндәлектәре халҡыбыҙға васият һымаҡ ҡабул ителә. “Көндәлектәрҙең ике китабы менән дә эш бөттө. 1626 бит булды, баҫмала күпме табаҡ булалыр. Ул көндәлектәрҙәге байтаҡ шиғри эскиздарҙы дәфтәргә күсереп ҡуйҙым. Әҙер тиерлектәре бар”, – тип теркәп ҡуйған шағир 2012 йылдың 11 ноябрендә. Көндәлектәрҙә шағирҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге генә түгел, тотош дәүер сағыла.
Ҡәҙерле дуҫтар, “Ағиҙел” һеҙҙе уҡымлы әҫәрҙәр, төплө фекерле мәҡәләләр менән һәр саҡ һөйөндөрөп торасаҡ. Бергә булайыҡ!