"Тибен" тип аталған күңелһеҙ урындан ҡайттымы, ысын мәғәнәһендәге аристократҡа әүерелә ине Буранбай. Әле лә тройка костюмда, пиджәк эслегенең кеҫәһендә сынйырлы сәғәт, салбары шалҡан турарлыҡ итеп үтекләнгән, үҙе ҡырынған, хушбуй еҫе аңҡып тора, түбәһен дүрткел ҡалдырып сәсен алдырған, ҡулындағы кәрзин төбөндә бәке, үтекләнеп матур итеп бөкләнгән бер пар ҡулъяулыҡ, тәмәке һәм газлы яндырғыс ята. Әсәйемә күстәнәскә сәй ҙә алырға онотмаған.
Бәшмәк йыйырға тип килгән икән. Усаҡлыҡта сәй эстек тә, ауылыбыҙ янындағы Мәкәр тауы артындағы урманға юлландыҡ. Тап унда шағирҙы мин бөтөнләй икенсе кеше итеп күрҙем. Һәр бер үләнде, сәскәне танып белеү генә түгел, уларҙы дарыу урынына ҡасан йыйырға, нисек киптерергә, ниндәй ауырыуҙан нисек ҡулланырға кәрәклеге хаҡында булды уның бәйәне. Бәшмәктәргә сират еткәс, ул бигерәк ихласланды. Был – ҡайын, быныһы уҫаҡ бәшмәге, был – әбеҙәк, быныһы – гөрөздә, ә бына быныһы – майлы, быныһы – майһыҙ... Ҡыҫҡаһы, ундан ашыу бәшмәкте таныу ғына түгел, уларҙы нисек итеп ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә, нисек тоҙларға кәрәклеге хаҡында ла ликбез үткәрә миңә Буранбай. Шулай итеп шағир Буранбай Исҡужиндың "Үләндәр", "Сәскәләр", "Бәшмәктәр" дәресен тыңлап йөрөй торғас, самауыр ҙурлыҡ бәшмәк янына килеп, туҡталып ҡалдыҡ. Уҡытыусым да тынып ҡалды. "Ә был ниндәй бәшмәк?" тип һорай ҡуйҙым унан. "Башмаҡ!" тип яуапланы ул. Шул "башмаҡ" эргәһендә тәгәрәп ятып көлөштөк…