Ул ифрат егәрле һәм уңған кеше ине, һоҡланырлыҡ һәм көсөргәнешле ижади тормош менән йәшәне.
Бик һирәктәр беләлер уның майҙан алып, сентябрь бөткәнсе һыу инеүен, һәр көн таңғы 3-тән алып эш өҫтәле артына ултырыуын, ҡала буйлап күберәк йәйәү йөрөүен. Бындай һаулыҡ һәм ныҡлыҡ менән йөҙгә етеп булыр ине, тип һоҡланабыҙ, хәҙер юҡһынабыҙ.
Башҡа сара юҡ, һағынырбыҙ, юҡһынырбыҙ, һоҡланырбыҙ. Иртәгә Рауил ағайҙы беҙ һуңғы юлға оҙатасаҡбыҙ. Шағир ерҙәге юлын тамамлай, бәхилләшергә һынаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Әлегә ул беҙҙең арала һымаҡ. Ихлас ҡараштары менән һабыр ғына йылмаялыр. Беҙҙең һуңғы һүҙҙәребеҙ шул булыр:
– Рәхмәт һеҙгә, шағир!.. Бәхил булығыҙ, Рауил ағай!..