Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Апрель 2019, 10:35

Республика етәксеһе Сибайға нисә тапҡыр сәфәр ҡылды? Ғәжәпләнмәгеҙ, иҫәбен сибайҙар үҙҙәре лә белмәй.

Радий Хәбировтың көсөргәнешле эш графигын мәғлүмәт саралары аша ла теүәл белеүе еңел түгел. Үткән аҙнаны ғына алайыҡ. Шаршамбы һәм кесе йома туғандаш Татарстан Республикаһы көндәре, йома Ялта иҡтисади форумы, шәмбе Красноусолда Хөкүмәт ағзалары, райондар һәм ҡалалар башлыҡтары менән ҙур кәңәшмә, ә йәкшәмбе Сибайға эш сәфәре.

Әйткәндәй, республика етәксеһенең Сибайға һуңғы ярты йыл эсендә нисә тапҡыр килеүен теүәл генә итеп урындағылар ҙа әйтә алманы. Яҡынса иҫәп буйынса 6-сы йә 7-се сәфәр тип ҡуйҙылар. Сибайға ентекле иғтибар бүлмәй, башҡа әмәл юҡ. Бындағы экологик ҡаза бар донъяға билдәле. Радий Хәбиров яуаплылыҡтан баш тартманы, тыныс һәм ныҡышмалы рәүештә ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләне.
Сибайҙа хәҙер элекке һымаҡ түгел, кешеләрҙең йөҙөндә лә йылмайыу күренде, артабан эшләйһе эштәр ҙә бар. Ҡала халҡы Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләне. Радий Хәбиров сибайҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм юбилей наградаларын тапшырҙы.
Радий Хәбиров күргәҙмәләр менән танышты, ҡала уртаһындағы яңы аллеяла
ағастар ултыртты, һәр йыл ошонда ойошторолған ярым марафонда ҡатнашты.
Читайте нас: