Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Апрель 2019, 09:00

Әйткәндәй, шағирҙар хаҡында… Алҡыштар тик һеҙҙең өсөн генә!

Шиғыр кисәләре элек шәп үтә торғайны. Әле лә насар түгел. Тик һәр ойоштороу эшенең үҙ нескәлектәре бар. Шағир халҡы, үҙегеҙ беләһегеҙ, сабый бала һымаҡ. Маҡтағанды һәм алҡыштарға күмеүҙе ярата. Иң тәүге мәшәҡәт сығыш яһау тәртибе һәм шиғырҙар һаны. Ойоштороусылар үҙҙәренсә эстән генә бойороп, үтенес белдерә: “Ағайҙар-апайҙар, һеҙҙе көтәләр һәм яраталар, һәр берегеҙҙән икешәр (өсәр, дүртәр) шиғыр”. Ҡат-ҡат ҡабатлайҙар, бер-береһенә тапшыралар, эстән генә ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Ике (өс, дүрт) шиғыр өсөн оло башымды кесе итеп (дөрөҫ әйтә), сәхнәгә менеп тә тормайым. Бәлки, килмәм дә. Борсолмағыҙ, киләсәк, килмәй ҡалһа, уның өсөн башҡа шағир уҡыясыҡ. Мәҫәлән, икене түгел, дүртте (биште, алтыны).

Шағир сыға. Ҡарағыҙ, һоҡланығыҙ, ул ниндәй мөһәбәт һәм матур. Алҡыштар. Шағир уҡый, халыҡ гөрләтеп ҡул саба һәм етди хатаға юл ҡуя. Шағир алҡыштарҙы өсөнсө шиғырға рөхсәт сифатында ҡабул итә һәм артабан уҡый. Әпәт алҡыштар. Шағир үҙенең үтә лә популяр икәнлегенә төшөнә һәм тағы берҙе уҡырға йөрьәт итә. Унан һуңғы шағир икене уҡыясаҡ тигәндәр хаталана, алдағы әҙип дүртте уҡығанда, быныһы бишәү менән яуап бирәсәк һәм шулай дауам итәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең бәхеткә, шиғриәт һөйөүселәр күп, улар кисәгә киләсәк һәм гөрләтеп ҡул сабасаҡ. Әйҙә, шулай булһын.
Шиғыр кисәләре тураһында Рәшит Солтангәрәевтан ҡалған, бик таралмаған, бәлки, донъя ла күрмәгән лаҡаптарҙың береһе.
…Шиғыр кисәһе бара. Шағирҙар уҡталып-уҡталып шиғыр уҡый. Рәшит ағай Мостай Кәримдән һорай икән:
– Мостай ағай, нишләп беҙҙең шағирҙар ауыҙҙарына микрофон бер эләкһә, онло күнәккә башын тыҡҡан һарыҡ һымаҡ сәхнәнән китә лә, туя ла белмәй ул?
Мостай ағай тыныс ҡына итеп:
– Онон ашап бөткәс, шым ғына китһә, тағы бер хәл. Уның ҡайһы береһе мөгөҙөнә буш күнәкте эләктереп китә, – тип яуап биргән.
Мотлаҡ булмаған аңлатма: кемдәр ауылдан сыҡҡан, буш күнәкте мөгөҙөнә эләктереп, ҡайҙа барып һуғылырға белмәйенсә, башҡа һарыҡтарҙы өркөтөп сабыусы бахыр тәкәне күргәне барҙыр. Ошонан да мәрәкәрәк һәм ғибрәтлерәк тамашаның булыуы мөмкинме?
Беҙҙең бәхеткә, был күренеш беҙҙең әҙиптәребеҙгә ҡағылмай.
Читайте нас: