Беҙҙең ҡайһы бер милләттәштәр әрһеҙ, хатта һөмһөҙ рәүештә ҡурайҙы үҙҙәренеке тип иғлан иткән халыҡҡа ҡарап, әле булһа иҫенә килә алмай шикелле. Быны көпә-көндөҙ таларға маташыу менән генә сағыштырырға мөмкин. 80-се йылдарҙа обкомдың ҡөҙрәте менән халҡыбыҙҙы тальянлаштырып (татарҙарҙың яратҡан уйын ҡоралы), ҡурайҙы онотторорға тырышып ҡарағайнылар, ҡурайҙа уйнаусыларға милләтсе мөһөрө һуғыла торғайны, беҙ ҡурайыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ. Был юл менән милли йөҙөбөҙҙө лә һаҡланыҡ.
Башҡорт ҡурайын, татарлаштырырға ынтылыу бәлки Данир Сабировтың ммәғнәһеҙ юморы һымаҡ реклама акцияһы ғыналыр тип уйларға ла нигеҙ бар. Ҡурайҙарына тотоноп ҡарайыҡ әле, башҡорттар нимә эшләр икән, тигән мәкерле маҡсаттан сығып. Килеп сыҡмаҫ, сөнки ҡурайҙы башҡорт меңәр йылдар буйы уйнаған. Татарҙың уны ике-өс айҙа ғына үҙләштерә алыуы бик икеле.
Юҡҡа мәшәҡәтләнәһегеҙ, тип әйтергә генә ҡала.